Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2019, 02:00

Йырлай-йырлай елә юлдарҙан

Кинйәбулат егете Фәнил Кәлимуллиндың руль артындағы дөйөм стажы 20 йылдан ашыу. Һуңғы йылдарҙа ул һөнәре буйынса мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Күңелендә техника менән бергә сәхнәгә лә ҙур һөйөү булған кеше өсөн был һис тә осраҡлы түгел.

27 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө



Кинйәбулат егете Фәнил Кәлимуллиндың руль артындағы дөйөм стажы 20 йылдан ашыу. Һуңғы йылдарҙа ул һөнәре буйынса мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Күңелендә техника менән бергә сәхнәгә лә ҙур һөйөү булған кеше өсөн был һис тә осраҡлы түгел.
- Атайым колхозда тракторсы булып эшләне. Баҫыуҙарҙы тәүгегә иңләгәндә биш йәш тирәһе булғандыр, атай алдына ултырып тракторҙа йөрөгән саҡ әле лә күҙ алдында. Малай кешегә ҡанат үҫтергән мәлдәр булған был! Ҡышын ремонт эштәре башланһа, уға эйәреп гаражға йөрөнөм, техникаға ҡыҙыҡһыныу шулай үҙенән-үҙе барлыҡҡа килде. Мәктәптә үк тракторсылыҡҡа уҡып, үҫмер ваҡыттан рулгә ултырҙым, - тине Фәнил балалыҡ йылдарын хәтерләп.
Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай колхозда тракторҙа эш башлай. Әрмелә йөрөп ҡайтҡас та, хеҙмәт юлын ауылда дауам итә. Ҡалаға күсенгәс, ошо уҡ һөнәре буйынса башҡа тармаҡта эшләп ала. Һуңғы йылдарҙа Фәнилдең хеҙмәт юлы мәҙәниәт бүлеге менән бәйле. Кәрәк икән автобусҡа ла, еңел машинаға ла ултыра. Уны хәҙер яҡшы водитель генә түгел, оҫта артист тип тә белеп бөткәндәр. Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры коллективы менән бер нисә спектаклдә уйнап өлгөргән. Мәҙәниәткә һөйөү ҙә күңелендә бала саҡтан һалынған.
- Әсәйем йыр-моңға дәртле ине һәм ошо һәләтте минең күңелдә лә тәрбиәләй алған. Ғаиләлә өс бала үҫтек, атай, әсәй менән бергәләп клубҡа хорға йөрөй торғайныҡ. Ана шул саҡта һалынған сәнғәткә һөйөү күңелдә әле лә йәшәй, - ти Фәнил.
Автобус руленә ултырһа, йыр-бейеү коллективтарын рәхәтләнеп йөрөтә, һә тигәнсе тейешле урынға алып барып еткерә. Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй ҡалалары буйлап та сығып китәләр. Артист халҡы дәртле. Йырлы юлда йыраҡ аралар ҙа тойолмай. Сәхнәлә лә, юлда йөрөгәндә лә йырларға ярата Фәнил. Әсәһе йәшләй мәрхүм булғас, ғәзиз кешеһен һағыныуын йырҙары менән баҫа. Илгиз Шәкүров репертуарынан “Әсәйем” тигән йыр уның күңеленә айырыуса яҡын, оҙон юлдарға сыҡҡанда шул йырҙы башҡарһам, әсәйемдең фатихаһын алып йөрөгән һымаҡ булам, ти.
Атаһынан килгән техникаға ҡыҙыҡһыныу, әсәһенән сәнғәткә һөйөү Фәнилде бер бөтөн итеп йәшәтә.
- Водитель һөнәре бик яуаплы. Автобустағы 20-ләп кешенең хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирәм, шуға ла һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк. Барлыҡ водителдәргә эштәрен яратыуҙарын теләйем. Сөнки шул саҡта эшең дә һине яратасаҡ. Бөтәһенең дә юлдары имен булһын, - тине тәжрибәле водитель.
Һинең үҙеңә лә шундай теләктәр, Фәнил – юлдарың имен, йырлы-моңло булһын.
Фото: автор.
Читайте нас: