Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2019, 02:00

Ат автомобилгә юл бирмәгән

Ишембай районының Сәлих ауылы эргәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Социаль селтәрҙә был хәлдең шаһиттары фекер алыша, үкенес белдерә.

Ишембай районының Сәлих ауылы эргәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Социаль селтәрҙә был хәлдең шаһиттары фекер алыша, үкенес белдерә.


Әйтеүҙәренсә, автомобиль атҡа килеп бәрелгәндән һуң кюветҡа оса һәм әйләнеп ергә төшә. Ауыл кешеләренең билдәләүенсә, бында мал күп йөрөй, юлға ат-һыйырҙың сығыуы – ғәҙәти күренеш. Районда был ҙур проблема, ти социаль селтәрҙә фекер алышыусылар.


Водителдәргә һағыраҡ, уяуыраҡ булырға кәңәш итәбеҙ.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Фото: Горобзор


Читайте нас: