Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 02:00

Университетта көтәләр

Башҡортостанда “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”айырым маҡсатлы республика программаһы 2011 йылдан уңышлы эшләп килә. Тәүге йылдарҙа ул бер нисәрайон-ҡалала тормошҡа ашырылһа, хәҙер һәр ерҙә олойәштәгеләр был мөмкинлек хаҡында белә.

Башҡортостанда “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” айырым маҡсатлы республика программаһы 2011 йылдан уңышлы эшләп килә. Тәүге йылдарҙа ул бер нисә район-ҡалала тормошҡа ашырылһа, хәҙер һәр ерҙә оло йәштәгеләр был мөмкинлек хаҡында белә.


Ишембайҙа был социаль программа Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә тап төркөм йыйылған ваҡыт. Оло йәштәге, хаҡлы ялға сыҡҡан гәзит уҡыусылар ошо мәғлүмәткә иғтибар итһен ине - “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”на яҙылыу өсөн халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Салауат ҡалаһы буйынса филиалына (Салауат ҡалаһы, Колхоз урамы, 7, телефон: 8(3476) 35-38-29 ), шулай уҡ күп функциялы үҙәккә (Ишембай ҡалаһы, Гагарин урамы, 1, телефон: 8(34794) 4-26-66) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы һәм пенсия таныҡлығын алыу мотлаҡ.
Программаның төп маҡсаты – хәҙерге йәмғиәттә өлкәндәрҙең яраҡлашыуы өсөн шарттар булдырыу һәм быуындар бәйләнешен тәьмин итеү иҫәбенә оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу.
Уҡыуҙар йөкмәткеһе «Компьютер грамоталылығы нигеҙҙәрен өйрәтеү», «Инглиз телен өйрәтеү», «Ғаилә психологияһы нигеҙҙәренә эйә булыу», «Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен һәм методологияһын өйрәтеү» кеүек йүнәлештәр буйынса системалаштырылған.

Фото: интернет.
Читайте нас: