Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 02:00

Төҙөкләндереү өсөн тауыш бир!

30 октябрҙә Ишембайҙа рейтинг тауыш биреүе үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса киләһе йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә ҡаланың йәмәғәт биләмәләренең береһе төҙөкләндереләсәк. Был программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

30 октябрҙә Ишембайҙа рейтинг тауыш биреүе үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса киләһе йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә ҡаланың йәмәғәт биләмәләренең береһе төҙөкләндереләсәк. Был программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.


Тауыш биреү бюллетененә Үҙәк мәҙәниәт паркы, Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙаны, Ағиҙел йылғаһы яр буйы, Юрий Гагарин исемендәге сквер, Йәштәр скверы, Машина төҙөүселәр скверы ( Машина төҙөүселәр һәм Б.Хмельницкий урамдары киҫелеше), Губкин исемендәге парк (Башҡорт кадет корпусы эргәһендәге сауҡалыҡ), Көньяҡ биҫтәһе һәм Еңеү паркы ингән.
Был объекттарҙы биш йыл эсендә төҙөкләндереү планлаштырыла, уларҙың ниндәй сират менән башҡарылыуы тауыш биреү һөҙөмтәләренә бәйле. Киләһе йылда республика ҡаҙнаһынан Ишембайға 31 миллион һум аҡса бүленә. Был суммаға йыһазландырылған һәм төҙөкләндерелгән ял урындарын, саралар уҙғарыу өсөн майҙансыҡтар булдырыу, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, велосипед юлдарын эшләү һәм башҡа саралар уҙғарыу инә.
Тауыш биреүҙә ҡатнашып, һеҙ ҙә үҙ фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ, хөрмәтле ишембайҙар! Бер йәки бер нисә объект өсөн 30 октябрҙә 8.00 сәғәттән 18.00-гә тиклем ун өс участканың береһендә:1- се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы торлаҡ-файҙаланыу участкаларында, “Торлаҡсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, “Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы” предприятиеһында, Күп функциялы үҙәктә, ҡала биләмәһе хакимиәтендә, “Ишембай”, “Лето” сауҙа үҙәктәрендә, “Ғаилә магниты” гипермаркетында тауыш бирергә мөмкин.
Әйҙәгеҙ, Ишембай йөҙөн матурлау мәсьәләһен бергәләп хәл итәйек!
Фото: интернет.
Читайте нас: