Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 02:00

Ғәмһеҙ бала саҡ

Ошо компостерҙы күргән һайын ғәмһеҙ бала саҡ иҫкә төшә…

Ошо компостерҙы күргән һайын ғәмһеҙ бала саҡ иҫкә төшә…
Ауылдан күсеп килгәс, Ишембай машиналар эшләү заводы ҡаршыһынды урынлашҡан янғын хәүефһеҙлеге бүлегенең ятағында йәшәнек. Башҡа мәктәптәрҙә урын булманымы икән – уҡырға мин Ҡөҫәпҡолдағы 15-се мәктәпкә йөрөнөм. Күҙ алдына килтерегеҙ: тәүҙә Салауаттан килгән автобусҡа ултырып автовокзалға киләм, артабан 8-се йә 9-сы маршрутлы автобуста ҡаланың икенсе осоно юлланам. Мәктәптән өйгә ҡайтҡан саҡта автобусҡа нефть колледжы студенттары килеп тула. Улар ни – кесене лә, олоно ла тапап йығырҙай айғыр өйөрө төҫлө. Алғы ишектән инергә өлгөрмәһәң , нишләйһең инде – артҡыһы ла ярап ҡала.
Туҡталышҡа етер алдынан, остановите, тип ҡысҡырған булаһың. Водитель, әлбиттә, минең себен бызылдаған һымаҡ тауышымды ишетмәй, бар ҡайғыһы – тиҙерәк сменаһын тапшырыу. Бер-ике кеше мине йәлләп: «Остановите же, девочке надо выходить», - тип һөрән һала. Водитель туҡтағансы, бер-ике туҡталыш үтеп киткән булабыҙ. Әммә, мин – шат, иң мөһиме, водитель Салауатҡа алып китмәне бит.

Ошо йылдарҙа автобустарҙа компостер барлыҡҡа килде. Әйтергә нисек кенә ауыр булмаһын, «прокомпостируйте билет» тигән һүҙҙе ятлап алырға тура килде. Автобусҡа инеү менән ҡысҡырып ошо һүҙҙе әйтә торғайным. Ул ваҡытта кондукторға тотолоу иң ҙур хурлыҡ ине. Ай-һай, уҫаллыҡ буйынса Ишембай кондукторҙарына еткән кеше булмағандыр ул заманда.
Шулай ҙа, һағындыра... шул ғәмһеҙ, уйһыҙ, рәхәт саҡ…
Фото: интернет.
Читайте нас: