Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 02:00

Күкрәктән ҡоштар осорғанда...

Кисә ҡалабыҙҙың үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы шиғыр уҡыу конкурсы ойошторолдо. Маһирлыҡта кесеһе лә, олоһо ла һынау тотто.

Кисә ҡалабыҙҙың үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы шиғыр уҡыу конкурсы ойошторолдо. Маһирлыҡта кесеһе лә, олоһо ла һынау тотто.


Ҡыуанысҡа күрә, ҡатнашыусыларҙың һаны, сығыштарҙың сифаты йылдан-йыл арта ғына бара. Был шиғри бәйгелә 100-ҙән артыҡ кеше ҡатнашыу теләген белдерҙе.


Бәйгеселәр үҙҙәренең һәләтен асып ҡына ҡалманы, ә тамашасы күңелендә телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен уятыуға ла иреште.








Фото: автор.
Читайте нас: