Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 02:00

Аспирин һиңә кәнфитме ни?

Ни өсөн балаларға аспирин бирергә ярамай? Был хаҡта иммунолог Ирина Ярцева аңлатма бирҙе.

Ни өсөн балаларға аспирин бирергә ярамай? Был хаҡта иммунолог Ирина Ярцева аңлатма бирҙе.


Уның әйтеүенсә, 12 йәштән бәләкәйҙәргә аспирин биреүҙән тыйылырға кәрәк, сөнки препарат һаулыҡҡа зыян килтерәсәк. Бауырҙы дарыу ныҡ зарарлай, хәүефле сиргә юлыҡтыра, тип иҫәпләй табип, шуға күрә был органды тикшертеп тороу зарур.


Киҙеү ваҡытында ла, температураны төшөрөү өсөн дә препаратты ҡулланмағыҙ, тип кәңәш итә иммунолог. Аспирин “похмель” синдромынан ҡотолдора, тип уйлау ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки ул токсик матдәләрҙе арттырыуға булыша.


Ғөмүмән, табип тарафынан тәғәйенләнмәгән дарыуҙарҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн хәүефле, билдәләнгән дозала ҡулланыу ғына файҙа килтереүе, һауыҡтырыуы ихтимал.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Фото: kp.ru

Читайте нас: