Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 02:00

Алма аша: йөрәгең дә, ҡулың да талмаҫ

Йәшәртә, ғүмерҙе оҙайта, йыйырсыҡтарҙы яҙа, сәсте нығыта... Алманың тағы ла ниндәй “һәләттәре” бар? Яҙмала әйтелгәндәргә иғтибар итәйек һәм сәләмәт булайыҡ!

Йәшәртә, ғүмерҙе оҙайта, йыйырсыҡтарҙы яҙа, сәсте нығыта... Алманың тағы ла ниндәй “һәләттәре” бар? Яҙмала әйтелгәндәргә иғтибар итәйек һәм сәләмәт булайыҡ!


Алманың файҙаһы ныҡ күп. Уны йыш ашау йәшәртә һәм ғүмерҙе оҙайта, ти был өлкәләге белгестәр.


Алмала ретинол, бета-каротин, аскорбин кислотаһы иң кәрәкле витаминдарҙан һанала. Емештә тәбиғи ферменттар күп, улар аҙыҡты эшкәртеүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ундағы витаминдар иммун системаһы эшмәкәрлеген көйләй. Алма тимергә бай. Кемдең гемоглобины түбән, был емеште йыш ашарға тәҡдим итәләр. Унда калория бик аҙ, 87 проценты – һыу. Емештә йод күп.


Алма косметологияла киң ҡулланыла. Тиренең күҙәнәктәрен таҙарта, ваҡ йыйырсыҡтарҙы яҙырға ярҙам итә. Майлы тире өсөн әсе төрө айырыуса һәйбәт.


Япраҡтары сәсте нығытыуға ҙур йоғонто яһай. Уларҙы киптерелгән алмаға һыу ҡушып, ун минут ҡайнатып алаһың да, йыуылған сәсте сайҡатырға мөмкин.


Алма быйыл мул булды. Уны һаҡларға урынығыҙ етмәһә, турап, туңдырғысҡа ҡуйырға мөмкин: йыл буйы витаминдарын юғалтмайынса һәйбәт һаҡланасаҡ.


Рисәлә ЙОМАҒОЛОВА.


Фото: Artfile.me

Читайте нас: