Белгестәрҙең әйтеүенсә, менюнан составында пурин күп булған аҙыҡты алырға кәрәк. Консервалар, итле субпродукттар, ныҡ һөҙөклө һурпа, ыҫланған, тоҙланған иттән әҙерләнгән аҙыҡтар – шулар рәтендә.
Тоҙҙо сама менән тотонорға кәрәк, тип кәңәш итә медиктар. Таштарҙың барлыҡҡа килеүенә һыуҙы аҙ эсеү ҙә сәбәпсе булыуы ихтимал. Әйткәндәй, быныһы – иң киң таралған сәбәп.