Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 02:00

Ирҙең һөйәркәһенән нисек ҡотолорға?

Психолог әхирәтем бар. Кәңәштәрен яуҙырып ҡына тора. Файҙаһы тейә, әлбиттә. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған һорауҙарға ихлас яуап бирә.

Психолог әхирәтем бар. Кәңәштәрен яуҙырып ҡына тора. Файҙаһы тейә, әлбиттә. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған һорауҙарға ихлас яуап бирә.


Әйтәйек, ирҙе һөйәркәһенән нисек биҙҙерергә? Сит ғаиләгә оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙған бисәнең сәсен йолҡорға йә, ҡатын-ҡыҙҙар советына барып, ялыу яҙырға ҡушырмы тиһәм, әхирәтем көтөлмәгән инструкциялар бирҙе.


Баҡһаң, уның серҙәре ябай ғына икән.


Беренсенән, йортоң һәр ваҡыт бөхтә, таҙа булһын.


Икенсенән, фатирыңда һәр саҡ иреңдең күңеленә оҡшарҙай яңы тәмле еҫ аңҡып торһон. Бәлеш йә билмән еҫеме, йә хушбыймы – уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ.


Өсөнсөнән, тормош иптәшегеҙҙең һулға йөрөүе хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ. Кемеһе булһа ла ирегеҙгә алып барып еткерер, ул сағында хәләл ефетегеҙҙән игелек көтмәгеҙ. Бар ғәм алдында ирен оятҡа ҡалдырып һөйләп йөрөгән ҡатын ҡайһы иргә оҡшар?


Дүртенсенән, донъянан артта ҡалмағыҙ, һәр ваҡыт үҫеш юлында булығыҙ, ниндәй ҙә булһа курсҡа яҙылығыҙ йә фитнес менән шөғөлләнегеҙ, һис юғында урамда йүгереп килегеҙ.


Бишенсенән, яйы сыҡҡанда, ирегеҙ алдында үҙегеҙҙе маҡтап алығыҙ. Мәҫәлән, ошолай: “Бөгөн мин тәҙрәләрҙе ялтлатып йыуып алдым әле, шкафтағы кейемдәрҙе ҡайтанан барлап, рәтләп һалып сыҡтым, ыштан-салбарҙарыңды матур итеп үтекләп элеп ҡуйҙым... Бөгөн хеҙмәтемде баһалап, миңә маҡтау грамотаһы тапшырҙылар…”.


Үҙегеҙҙе үҙегеҙ маҡтамаһағыҙ, ул ошондай матур эш-ғәмәлдәрегеҙҙең береһен дә күрмәйәсәк.


Алтынсынан, ирегеҙҙең юҡ ҡына ярҙамын да хуплап ҡына тороғоҙ. Онотмағыҙ: тәнҡит менән һоҡланыу, рәхмәт һүҙҙәре араһында баланс булырға тейеш!


Тормош юлдашығыҙҙы гел генә тәнҡитләп-һуҡранып торһағыҙ, ул үҙен көтөп торған һөйәркәһенә һыпыртыр, сөнки ҡәһәр һуҡҡыр теге бисә иреңдең яҡшы яҡтарын нығыраҡ күрә, етешһеҙлектәренә лә күҙ йомоп ҡарай, уның өсөн тыныс мөхит булдыра. Ә хәләлегеҙ унда ял итеп ҡайта, шуға күрә ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ, сәскәләй матур, талантлы балаларығыҙ үҫеп килә бит, сабыйҙарығыҙҙы атайһыҙ ҡалдырмағыҙ.


Әлбиттә, ир-атҡа ҡарата ла кәңәштәр булыр, тик һуңғараҡ…


Сәриә Вәлиәхмәтова.



Фото: johnkgrubb.com


Читайте нас: