Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 02:00

БЕРӘЙҺЕ АЛАМА ЭШ ҠЫЛҺА... УНЫ МАҠТАП ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР

Африка ҡәбиләләренең береһендә шундай үҙенсәлекле йола бар икән. Әгәр ҙә ҡәбиләлә берәйһе алама эш ҡылһа, уны ауыл йә ҡасаба уртаһына алып киләләр һәм барса халыҡ был кешене уратып ала.

Африка ҡәбиләләренең береһендә шундай үҙенсәлекле йола бар икән. Әгәр ҙә ҡәбиләлә берәйһе алама эш ҡылһа, уны ауыл йә ҡасаба уртаһына алып киләләр һәм барса халыҡ был кешене уратып ала.
Ике көн эсендә улар әлеге бәндәнең үҙ ғүмере эсендә ниндәй яҡшы эш ҡылғанын хәтергә төшөрә һәм уға рәхмәттәр яуҙыра. Һәр кеше донъяға яҡшы булып ярала тигән фекерҙә был ҡәбилә вәкилдәре. Һәм һәр кем мөхәббәт, бәхет һәм башҡа ниғмәттәр теләй, әммә ошо ҡиммәттәр артынан ҡыуғанда бәғзеләр хата яһай, тип иҫәпләй. Улар был хатала сигнал, әлеге кешенең ярҙам һорап ҡысҡырыуын күрә. Шуға ла көстәрен берләштереп, түбән ҡолаған бәндәне яңынан торғоҙоуға, уның булмышын, ысын тәбиғәтен тергегеҙеүгә, кем икәнлеген хәтәренә төшөрөүгә өлгәшергә теләй. Бына бит - ниндәй матур йола! Килешәһегеҙме?




Фото: интернет.


Читайте нас: