Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2019, 02:00

Вәсиләнең ҡулдары алтын тиҙәр

«Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» дәүләт программаһында ҡатнашыусылар исемлеге арта. Белгестәрҙе ауылдарға йәлеп иткән программала ҡатнашыусыларҙы йыраҡтан эҙләргә тура килмәне.

«Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» дәүләт программаһында ҡатнашыусылар исемлеге арта. Белгестәрҙе ауылдарға йәлеп иткән программала ҡатнашыусыларҙы йыраҡтан эҙләргә тура килмәне.
Үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә таянып, быйыл бындай түләүҙәргә Урман-Бишҡаҙаҡ фельдшер пунктының фельдшеры Дарья Ибәтуллина һәм Аҙнай фельдшер пункты фельдшеры Вәсилә Миңлеғолова дәғүә итеүен әйтә алабыҙ. Белгестәр 500 мең һум аҡса аласаҡ.
Форсат менән файҙаланып, ауыл ерендә эшләүҙе һайлаған Вәсилә Миңлеғолова менән яҡындан танышыу маҡсатында Аҙнайға юлландыҡ.
Төш мәле. Быйыл йәй дәртләнеп эш башлаған фельдшер күрше Хажы ауылынан килә. Ауылдар араһы йыраҡ уҡ булмаһа ла, йәйәүләп арыу ғына атларға. Фельдшер пункты асылыу ваҡытына оло йәштәгеләр күмәк йыйылып өлгөргәйне .
Орден-миҙалдарын таҡҡан ағай янына барып баҫтым. Ауылдың аҡһаҡалы, Тоцкийҙа ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡан ветеран Зинур Суфиян улы Ғәлин булып сыҡты. Йәшен дә йәшермәй - 88-е тулған.
- Күптән үҙебеҙҙең фельдшер булғаны юҡ ине. Берәй хәл була ҡалһа, Этҡол фельдшер пунктына барырға кәрәк. Ярай әле Вәсилә Ишғәле ҡыҙы килде. Ҡулдары алтын, мөләйем, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ҡыҙҙы ауыл халҡы ярата. Аяҡтарым һыҙлап тора ине, уның уколдары килеште, бына йүгереп тигәндәй килеп еттем әле, - тине абруйлы аҡһаҡал.
Вәсилә Миңлеғолова Салауат медицина колледжын тамамлағас, Ишембай психоневрология интернатында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Унда байтаҡ ҡына эшләгәндән һуң хеҙмәт юлын Һорғотта ябыҡ типтағы махсус мәктәптә фельдшер булып дауам итә. Тыуған яҡ барыбыр үҙенә тарта Вәсиләне. Тәүәккәл аҙым яһап, быйыл йәйен ул Ишембай үҙәк район дауаханаһы йүнәлтмәһе буйынса Аҙнай фельдшер пунктына урынлаша. Тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә.
Әйтергә кәрәк, Аҙнай фельдшер пунктының эше дүрт-биш йыл элек туҡталып ҡалған була. Ауыл халҡын Этҡол врач-фельдшерҙары хеҙмәтләндергән. Шуға ла яңы фельдшер ҡайтыуы ауыл кешеләре өсөн көтөп алған ваҡиға була. Фельдшер пунктында хәҙер эшләү өсөн шарттар ҙа яҡшырған – быйыл сентябрҙә йылылыҡ системаһы модернизацияланған.
- Аҙнай, Хажы ауылының ихлас халҡы миңә бик оҡшай. Уларҙы башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Эсеп, боларып йөрөгән кешеләр юҡ тиерлек, барыһы ла егәрлеләр. Минең участкаға ике ауылдан 220 кеше ҡарай. Берәүҙәр уколға килә, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтеп, теге-был дарыу буйынса кәңәшләшеп булһа ла китә. Грипҡа ҡаршы вакцинация ваҡытында әбей-бабайҙар сират тороп прививка яһатты, - ти Вәсилә Миңлеғолова.
Ауылға ҡайтып эш башлауына ул һис тә үкенмәй. Етмәһә, илебеҙҙә “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла, тәжрибәле белгес бында ла үҙен һынап ҡараған. Был аҡса ғаиләгә ҙур ярҙам буласаҡ. Гиппократ антын биргән, тыуған яғына тоғро булып, ауыл халҡының һаулығы һағында торорға тәүәккәлләгән Вәсилә Ишғәли ҡыҙының был аҙымы хуплауға лайыҡ.
Фото: автор.
Читайте нас: