Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 02:00

Рус түгелмен, ләкин россиян мин

Кисә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Рус түгелмен, ләкин россиян мин" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Кисә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Рус түгелмен, ләкин россиян мин" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Алып барыусы Мостай Кәримдең биографияһы, ижад юлы менән таныштырҙы. Кисә яҙыусының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән Мостай Кәримдең мәктәп программаһына ингән "Рус түгелмен, ләкин россиян мин" шиғырын нисә йылдар үтһә лә хәтерендә һаҡлаған һәм әле лә сәхнәнән тасуири итеп һөйләп торган 71 йәшлек Ғәҙилә инәй Мөхәмәҙиева ла ҡатнашты.
Үрге Әрмет башланғыс мәктәбе директоры Флүзә Мортаза ҡыҙы Латыпова шағирҙың "Ҡайын япрағы тураһында", "Күкрәгемдән ҡоштар осорам", мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғиззәтуллина Фәрзәнә Рәшит ҡыҙы "Сигеү сигә ҡыҙҙар" тигән шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләнеләр. Мәктәп уҡыусылары ла Мостай Кәримдең шиғырҙарын тасуири итеп рус һәм башҡорт телдәрендә килгән тамашасыға һөйләп ишеттерҙе. Фәрзәнә Ғиззәтуллина башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Мәрәһим йыры", "Йылғалар төнөн һөйләшә" йырҙары, ҡыҙҙар башҡарыуында "Һаумы, тиҙәр гөлдәр" йыры тамашасы күңеленә хуш килде. Шағир һүҙҙәренә яҙылған "Уҡытыусыма" йыры мәктәп уҡыусылары менән берлектә яңғыраны.. Шулай уҡ Мостай Кәрим китаптарынан күргәҙмә лә ойошторолғайны. Кисә аҙағында бөтә ҡатнашҡандар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Әйе, беҙ Мостай Кәрим шиғырҙары менән, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлап үҫтек. Һәм әле лә ул беҙҙең күңелдәрҙә, шиғырҙарҙың һәр юлы беҙҙең хәтерҙә. Рәхмәт һиңә, шағир, ижадың өсөн, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырғаның өсөн!



Читайте нас: