Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 02:00

ҺӘР КОЛЛЕКТИВТА ТЫРЫШТАР БАҺАЛЫ

Был көндә «Асфальт-бетон заводы» муниципаль унитар предприятиеһы коллективы эшсәндәре лә үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.

Был көндә «Асфальт-бетон заводы» муниципаль унитар предприятиеһы коллективы эшсәндәре лә үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.
Улар араһында Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, предприятиеға нигеҙ һалыныуҙан алып эшләп килеүсе һәм алты кешенән торған бригада менән етәкселек итеүсе мастер-бетонсы Зифа Байгилдина ла бар. Предприятие хеҙмәткәрҙәре – прораб, хеҙмәт ветераны Рәмзиә Арыҫланова, трактор машинисы Ринат Мортазин, водителдәр Фәтих Ҡотлоғилдин менән Радик Бәширов, прораб Александр Ерусланов, юл катогы машинисы Виктор Вилаков, слесарь-электрик Алексей Бурмистров – күп йылдар үҙ һөнәрен намыҫлы башҡарып килә.
Юл төҙөүселәр һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ла ҡатнашып тора. Әйтәйек, предприятиеның тәжрибәле механизаторы Анатолий Кожуков 2017 йылда «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсының муниципаль этабында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Ә быйыл ошо уҡ конкурста 18 йәшлек тракторсы Денис Фәхретдинов икенсе урын яулауға өлгәшкән.
«Асфальт-бетон заводы» предприятиеһы асфальт етештереү һәм уны һатыуға ҡуйыуҙың күләмен арттырыу маҡсаты менән 2008 йылда ойошторолғайны. Әлеге көндә предприятие, асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештереүҙән тыш, ҡаланың автомобиль юлдарын ремонтлай, уларға ҡырсынташ һәм ваҡ таш түшәй, юл ҡоролмалары төҙөй. Завод хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ ҡала территорияһын төҙөкләндереү, урамдарҙы, автобустар туҡталыштарын таҙартыу менән мәшғүл. Ошо маҡсат өсөн бөгөн 33 техника эшкә егелгән, асфальт етештереү буйынса 2 ҡулайлама эшләп килә.
Фото: интернет.
Читайте нас: