Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 02:00

Кескәйҙәргә шәп байрам!

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бөгөн “Карапуздар, стартҡа!” исемле ярыш уҙғарылды.

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бөгөн “Карапуздар, стартҡа!” исемле ярыш уҙғарылды. Йәштәр эштәре буйынса комитет тарафынан дүртенсе йыл рәттән ойошторолоп килгән был байрам быйыл да үҙенең ҡатнашыусыларын тапты – алты айҙан алып ике йәшкә тиклемге 40-лап сабыйҙы үҙенә йыйҙы.


Билдәләнгән араны кем тиҙерәк үтер?! Ошондай бурыс ҡуйылды бәләкәстәр алдына. Тәүҙә старт һыҙығына иң кескәйҙәр – алты айҙан 1 йәшкә тиклемгеләр теҙелде. Әле атларға өйрәнмәгән бәләкәстәр араны имгәкләп үтте. Ата-әсәйҙәре сабыйҙарын төрлө уйынсыҡтар менән әүрәтеп, уларҙы финиш һыҙығына әйҙәне. Ярыш икәнлеген аңлағандай, ҡайһылары, алға ынтылды. Иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтеп, уйын менән мауығып китеүселәр ҙә булды. Ә бына бер йәштән ике йәшкә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар араны йүгереп тигәндәй үтеп, ҡуйылған талапты ярайһы уҡ тиҙ башҡарып сыҡты. Байрам йәме булған сабыйҙар тирә-йүнде әллә күпме йылы, матур хистәр менән байытты. Ярышта ҡатнашыусы һәр балаға бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ еңеүселәр ҙә билдәләнде.



Фото: автор.
Читайте нас: