Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 02:00

Көндәлектән

***

Бәләкәйерәк сағында Ихтирам символдарҙы, ассоциатив сағыштырыуҙарҙы һөйләшеүҙә ҡуллана торғайны. Мәҫәлән, төҫтәргә ҡарап, кейемдәренә исем бирергә яратты: әфлисүн-футболка, боҙ-футболка…

Бер саҡ уның менән магазинға индек. Ихтирам һатыусы эргәһенә килде лә:

– Миңә, зинһар өсөн, бәрәңге-шар һәм соус-шар бирегеҙ, – тип һораны.

– Асыҡтыңмы ни, балам? Ашағың киләме ни? – тине быны нисек аңларға белмәгән һатыусы.

– Миңә көрән һәм ҡыҙыл төҫтәге шар бирегеҙ, – тип, баяғы һүҙҙәрен төҙәтеп әйтеп ҡуйҙы ул.


***
Яңыраҡ Ихтирам эргәмә килеп:

- Әсәй, 10-12 йылдан һуң һиңә нимә ашатам инде? – тип көрһөнөп ҡуйҙы.

- Бәй, ул ваҡытта һиңә 18-20 йәш була инде. Үҙең аҡса эшләй башлаһаң, теләгән нимәңде алып ашатырһың – тигән булдым ҡыуанып.

- Юҡ та… һин мине дөрөҫ аңламаның. Мин бит бер нимә лә бешерә белмәйем, ә һин ул ваҡытта ҡартайған булаһың. Һин әбей булғас, мин һиңә бешереп ашатырға тейешмен.

- Ҡайғырма улым, 50 йәштә генә мин әбей булмаҫмын әле. О-һо-һо!.. 80 йәшкә тиклем үҙем бешереп ашармын, тип ныҡлы ышанам.

- Ысынмы, әсәй?!

Ихтирамдың күҙҙәрендә йондоҙ сатҡылары йымылдашып ҡуйҙы.



Читайте нас: