Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 02:00

Еңеүселәрҙе редакцияла көтәбеҙ

“Торатау” гәзите редакцияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы ойошторған “Вәғәҙәмә тоғро ҡалдым” викторинаһын йомғаҡлау ваҡыты ла етте.

“Торатау” гәзите редакцияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы ойошторған “Вәғәҙәмә тоғро ҡалдым” викторинаһын йомғаҡлау ваҡыты ла етте.
Ысынын ғына әйткәндә, викторина дауамында кәйефте күтәргән дә, боҙған да мәлдәр булды. Башҡорт әҙәбиәтендә, шиғриәтендә оло эҙ ҡалдырған Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡып, белеп үҫтек. Ошо фекерҙән сығып, һорауҙарын педагогия хеҙмәте ветераны Фәүзиә Аҡҡолова төҙөгән викторинала ҡатнашыусылар байтаҡ булыр тип өмөтләндек. Мәктәптәргә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына белгертергә тырыштыҡ. Район мәктәптәренән хаттарға өмөтләндек. Викторина ваҡыты йәйге каникулға тура килгәнгә күрә ваҡытын бер айға оҙайтып та алдыҡ. Әммә өмөттәр аҡланып етмәне – бөтәһе ете кешенән һәм бер коллективтан яуаптар булды. Бына уларға оло рәхмәт!
Фәүзиә Маннан ҡыҙы һәр яуапты ентекле тикшереп, ошондай һөҙөмтәләр менән уртаҡлашты.
Өлкәндәр араһында мәрәйҙәр һаны буйынса урындар:
I – Наилә Байбулдина, Түбәнге Әрмет ауылы,

II – Минзәлә Мырҙабаева, Ишембай ҡалаһы,

II – Марат Әминев, Ишембай ҡалаһы,

III – Юнир Тимербулатов, Кинйәбулат ауылы.
Мәктәп уҡыусылары араһында урындар:
I – Әлиә Кәримова, Дилә Фәхретдинова (етәкселәре М.Т. Ҡунаҡҡолова, 2-се БГИ)

II – “Йәш журналистар” түңәрәге ағзалары (етәкселәре Г.Ш. Аҙнабаева, 3-сө мәктәп)

III – Алһыу Хәмитова (етәксеһе Ф.Ғ. Вәхитова, 2-се БГИ).
Хөрмәтле викторина еңеүселәре! Һеҙҙе 22 октябрь сәғәт 11-гә редакцияла тәбрикләүгә көтәбеҙ.

Фото: интернет.
Читайте нас: