Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 02:00

Юлсылар етәксеһен ҡотларға була

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Ишембай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Винер Сөләймәнов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Ишембай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Винер Сөләймәнов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Кисә Өфөлә республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров Винер Фәрит улына түш билдәһе менән таныҡлыҡ тапшырҙы. Ошо уҡ көндә предприятиеның техник паркы тағы өс берәмек техника - «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте бүлгән Т-150 тәгәрмәсле тарктор, МТЗ82 тейәгесе һәм грейдер менән тулыланды.
Хәҙер ойошма эшселәре ҡул аҫтында 27 машина булды тигән һүҙ был. Киләсәктә бер нисә үҙбушатҡыс машина алыу ҙа күҙ уңында тотола.
Юл ремонттөҙөлөш идаралығы муниципаль районда дөйөм файҙаланыуҙағы 500 километрға яҡын автомобиль юлдарын хеҙмәтләндерә.
Идаралыҡтың 65 хеҙмәткәре араһында
элек-электән эшләп килеүселәр ҙә
байтаҡ. Уларҙың күбеһе Башҡортостан
Республикаһының Транспорт һәм юл
хужалығы буйынса дәүләт комитетының
наградаларына һәм Маҡтау грамоталарына эйә. Мәҫәлән, бетон ташыу һәм ҡар
таҙартыу техникаһы водителе Андрей
Андреев, КамАЗ водителдәре Александр
Смирнов менән Фәрүәз Зәйнетдинов
предприятиела 10 йылдан артыҡ үҙ эшен
намыҫлы башҡара. Предприятиеға эшкә
килеүсе йәштәр тап улар тәжрибәһендә
үҫә.
Читайте нас: