Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостандың биш һәм унан күберәк балалар үҫтереүсе 47 ҡатын-ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Шуныһы һөйөнөслө: был мәртәбәле исемлектә Ишембай районы әсәләре лә бар.
Йоҡоһоҙ төндәр, балам тип йөрәк аша үткәрелгән шатлыҡ-көйөнөстәр – һәммәһе лә һыйған был миҙалға. Абруйлы награданы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
“Һеҙҙең иң мөһим бурысығыҙ – ғаилә, уны һаҡлау, уның именлеге. Мөхәббәтле һәм берең-береңде аңлап торған ишле ғаиләң булыу – үҙе үк оло бәхет. Бындай ғаиләләрҙә әсәләр ысындан да йәш быуын өсөн өлгө. Бөгөн илдә демография хәле менән бәйле мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең, республиканың киләсәге власть органдарының, йәмәғәтселектең ошо йүнәлештәге эште ни тиклем уңышлы алып барыуына бәйле”, — тигән һүҙҙәр әйтә Парламент спикеры тантанала ҡатнашыусы әсәләргә оло рәхмәт белдереп.
Ишембай районынан был юлы биш бала үҫтергән өлгөлө ике әсәй – Биксәндән Гөлназ Аллағужина менән Ҡарлар ауылынан Гөлшат Һиҙиәтуллина “Әсәлек даны” миҙалы менән ҡайтты. Ғаиләләренең шатлығын, ғорурлығын аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Оло ҡыуанысығыҙҙы яҡташтар ҙа уртаҡлаша, хөрмәтле әсәйҙәр! Уларҙы был тулҡынландырғыс сараға ҡалабыҙҙа урынлашҡан республика Көньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәге белгестәре оҙата бара.
- Оло ҡыҙыма 19 тулһа, бәләкәсенә 2 йәш тә өс ай ғына. Гөлназ Минеғариф ҡыҙы менән күңелебеҙ тулып ҡайттыҡ. Әсәйҙәрҙе ҙурлау йолаһын һаҡлаған хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Тантана мәлендә шундай уй-теләк тыуҙы – тормош терәгең булған, ғаиләм тип йән атҡан ирең, балаларыңдың атаһы менән сығып алһаңсы был миҙалды! Атайҙар ҙа ҙур хөрмәткә, ҙурлауға лайыҡ, - ҡыуаныслы хәбәрҙе ишетеү менән беҙ телефон аша бәйләнешкә ингән Гөлшат Мөхәмәтхан ҡыҙы әйтте был матур фекерҙе.
Тормош иптәше Филүс Флүр улы менән өс ҡыҙ, ике ул үҫтергән әсә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Авангард” заводында ашнаҡсы булып эшләй. Ҡарларҙа төп йорттары. Һөнәре буйынса байтаҡ ҡына хореограф булып эшләргә, тыуған районы Балаҡатайҙа мәҙәниәт йортон да етәкләргә тура килә Гөлшатҡа. Шуға ла балаларының бәләкәйҙән сәхнә йәме булыуына ла аптырарға түгел. Тегеү-бесеү курстарын үтеп, ишле ғаиләһенә ҡупшы кейемдәр тегергә лә өлгөрә икән. Миҙал тиккә генә бирелмәй шул - табыуҙан бигерәк, баға белеүең ҡиммәт.
Миҙаллы әсәләр хаҡында тулы мәҡәләне Әсә көнөнә бағышланған һанда көтөгөҙ.