Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 02:00

Күкрәгемдән ҡоштар осорам...

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Мостай Кәримдең 100-йыллығына арналған "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Мостай Кәримдең 100-йыллығына арналған "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.
Был сараға мәшһүр яҙыусыбыҙҙың ижадын яратҡан, хөрмәт иткән Этҡол, Аҙнай, Уразбай ауылы шиғриәт һөйөүселәре килде. Ысынлап та, Кинйәбулатова Фирҙәүес апай мәктәп йылдарында өйрәнгән "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын бөгөн ятлағандай итеп һөйләй. Ә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған йырҙар Аҫылгәрәева Тәнзилә, Ғибәҙуллина Тәнзилә, Азибаева Рәзилә апайҙар башҡарыуында сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Кисәбеҙгә йыйылыусылар яҙыусыбыҙҙың автографы яҙылған китап һәм фотоһүрәтте тотоп ҡарау бәхетенә ирештеләр. Был ҡомартҡы менән таныштырыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Арыҫланов Ғәбдрәхим абыйҙың ҡыҙы Рима апай ғаилә архивынан алып килде. Шулай уҡ үҙешмәкәр артистарыбыҙ тарафынан ҡуйылған "Ҡыҙ урлау" спектакленән өҙөк беҙҙең ауылыбыҙ таланттарға бай икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.Сарабыҙ һуңында "Уҡытыусыма" йырын күмәкләп йырлау Мостай Кәримдең ижады һәр кемдең күңеленә яҡын, мәңгелек икәнлеген күрһәтте.


Читайте нас: