Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 02:00

Этҡол мәктәбенә Мостай Кәримдән

Был яҙыуға теүәл 50 йыл...

Был яҙыуға теүәл 50 йыл...
Октябрь айының моңһоу көндәренең береһендә тыуған яҡҡа - Ишембай районының Этҡол ауылына ҡайттыҡ. Яратҡан шөғөлдәрҙең береһе - атайҙың шәхси архивында ҡаҙыныу, боронғо фотоларҙы ҡарау, автографтарҙы барлау, яңы мәғлүмәттәр эҙләү. Атайыбыҙ, Арыҫланов Ғәбдрәхим, ғүмер буйы тыуған ауылында әҙәбиәттән уҡытып, яҙыусылар, шағирҙар менән йән атып, осрашыуҙар ойоштороп, күңелле йәшәй белде. Тарихта ҡалырлыҡ фотолар, китаптар, автографтарҙы ул күҙ ҡараһындай һаҡланы. Дөрөҫ эшләгәндер, сөнки был юлы ла яңы мәғлүмәткә тап булдыҡ. Бынан тап 50 йыл элек атайымдың халыҡ шағиры Мостай Кәримде ауылдаштар менән осрашыуға саҡырып хат яҙғаны иҫтә. Әммә көтөлгән байрам булмай ҡалды, сөнки илле йәшлек юбилейы алдынан шағирҙың ваҡыты самалы икәнлеге билдәле ине.Шағирҙың килә алмау сәбәбен аңлатып, ғәфү үтенеп, шиғриәт һөйөүселәргә рәхмәт белдереп яҙған хатын эҙләп таба алмаһаҡ та, уның Этҡол урта мәктәбенә 1967 йылда бүләк иткән китабы автографы менән һаҡланған. Ике йылдан һуң хат менән бергә ебәргән фотоһы аҫтында: «Этҡол мәктәбенә Мостай Кәримдән. 18.Х.69» тип яҙылған. Тап бынан 50 йыл элек! Шағирҙың автографына атайыбыҙ аңлатма яҙып ҡалдырған: «50 йыллыҡ юбилей көндәрендә башҡорт халыҡ шағиры М.Кәримдән фото һәм хат килде». Ауыл мәктәбенә осрашыуҙарға килгән байтаҡ яҙыусыларҙың фотоларынан эшләнгән стендта халыҡ шағирының үҙе ебәргән ошо фотоһы ла бар.

Динә АРЫҪЛАНОВА.
Фото: автор.
Читайте нас: