Мин әсәйем менән генә үҫтем. Атайым миңә бер йәш тигәндә үлеп ҡалған. Бер туғандарым юҡ. Әсәйем үҙе лә етем үҫкән. Шуға ла уның да яҡын туғандары юҡ. 40 йыллыҡ тормошомдоң 18 йылы ғына (әсәй тәрбиәһендәге ғүмерем) бәхетле булды.
Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә эшкә урынлаштым. Егеттәр менән йөрөмәнем. Үҙебеҙҙең күрше егетен әрмегә оҙаттым. Шуны көтөп, хат алышып торғанда, күрше ауылдан килеп, мине һоратҡандар, әсәйем риза булған. Яҡын кешемдең был аҙымына бик аптыраным, иланым. Шәмбелә ялға ҡайтҡайным, никах уҡытырға аш әҙерләнгән. Мин, кейәүгә бармайым, тип илайым. Әсәй: “Бараһың, әҙерләнгән ризыҡ рәнйей. Рәнйеш төшөр бит”, – тине. Шулай итеп, күрше ауылдағы егеткә мине көсләп биреп ебәрҙе. Саф ҡыҙ килеш, 18 йәшемдә генә. Ул егетте элек өләсәйемдәргә барған саҡта күргеләй инем, ләкин осрашып һөйләшкәнем булманы. Бар танышлыҡ шул ғына. Ә мөхәббәт, яратыу тигән нәмәне ғүмерем буйы белмәнем.
Бына шул көндән бәхетһеҙ тормошом башланды. Ирем айнымай эсте. Ҡәйнәм менән 20 йыл бергә йәшәнек. Яҡлаусым булманы, әсәйем дә мине оҙатҡас, 15 йылдан һуң үлеп ҡалды. Барып һыйыныр урыным, зарымды һөйләрлек кешем булмауы шул тиклем ҡыйын ине. Мин тормошта тик туҡмалыуҙы, язалауҙы ғына күрҙем. Иҫеректең дә бит төрлөһө була, ә ирем бер сәбәпһеҙгә ғүмерем буйы вәхшиҙәрсә язалап ҡына йәшәне. Эстеме, бар эше мине туҡмау булды. Бынан ул тәм, ләззәт тапты, мине язалағас, нисек ғорурланып, рухланып йөрөүен күрһәгеҙ ине. Төндәр буйы сыбыртҡы менән туҡмап сығыу тиһеңме… Ҡулына балта-бысаҡ та алды. Мин ҡурҡып ҡалтыранғас: «Йән биргәндә ҡалтыранырһың», – тип ҡысҡырып туҡманы. Һәр саҡ башыма һуҡҡанға, башым бик ныҡ һыҙлай. Хәтерем дә насарайҙы, ҡолаҡтарҙан ҡан килә.
Былтыр һыйыр һауып ултырған саҡта көрәк менән һуҡты, бармаҡтарым һынды. Операция яһанылар. Рәхмәт инде табиптарға. Дүрт ай буйы ҡулым гипста булды. Бер ҡул менән эшләргә тура килде. Операциянан ҡайттым, хәлең нисек, тип һорау ҙа юҡ, тотто ла туҡмай башланы. Мин күргәндәр… Ғүмер бөтмәһә, үлмәйһең икән ул. Мин сыҙап йәшәнем, балалар бар бит. Шул туҡмауҙарға нисек сыҙайым икән, тип аптырайым ҡайһы саҡта. Ярай әле күршеләрем бик яҡшы, үҙем дә кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә, ҡайғыларын уртаҡлашырға әҙермен. Көнләшмәйем, дингә лә ысын күңелдән ышанам. Әҙерәк аҡса арттырып, гәзит-журналдарға ла яҙылам. Бөтәһен дә уҡырға, өлгөрөргә тырышам. Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәнем. Иремә лә бер генә ҡаршы һүҙ өндәшмәйем. Нисек кенә булһа ла, туҡмамаһа ярар ине, тип, көйөн көйләп кенә торам. Юҡ шул, араҡы эсеү менән мине туҡмау яғын ҡарай.
Ике бала – бер ҡыҙ, бер ул үҫтерҙем. Ҡыҙым егермене уҙҙы. Кейәүгә сығырға ҡурҡа. Ул да атай кеүек булһа, мин нисек йәшәрмен, ти. "Эскәс, бөтә ирҙәр ҙә атай кеүек буламы?" – тип һорай. Улым хеҙмәт итеп ҡайтты, холҡо ныҡ үҙгәргән. Ул да атаһы кеүек булмаһа ярар ине, тип ҡурҡам. Хәҙер ҡолаҡтарым да насар ишетә, шуға күрә телевизор ҙа ҡарай алмайым, ҡарарға ирем рөхсәт итмәй. Үҙе теләһә ниндәй тапшырыуҙарҙы ҡарай. Ул үлтереш, һуғыштарҙы ҡарарға ярата. Мин яратҡан программаларҙы бөтөнләй ҡараттыртмай. Йәш ваҡытта туҡмалһам да түҙҙем, бына хәҙер бик ауыр, сөнки һаулығым бөттө. Ҡул-аяҡтар, баш һәм башҡа ерҙәр һыҙлай. Ултырһам, тороп китеүе ҡыйын. Ауыртмаған бер генә ерем дә юҡ. Эште лә, элекке кеүек, тиҙ-тиҙ генә эшләй алмайым. Тыным бөтә, ҡыҫыла, йоҡлай ҙа алмайым. Ашау насар түгел, уныһына зарланып булмай. Эсмәгән кеше һирәк инде ул хәҙер. Ирем үҙе табып ҡына эсмәй, ә минән таптыра. 10 – 15 көн эскәс, әҙерәк туҡтап ала. Эшләп тә ала. Ул балта оҫтаһы.
Ғүмерем буйы иҫеректе көйләп, туҡмалып алйыным. Хәҙер көсөм дә, ҡеүәтем дә бөттө. Йәшәгем дә килмәгән көндәрем була, ләкин балалар өсөн туҡтап ҡалам. Ғүмерем буйы бер ялһыҙ эшләнем. Йәш быҙауҙар ҡараным. Аллаһы Тәғәлә миңә ғүмер биргән. Ана шул үткән ғүмерҙең ир менән йәшәгән бер көнөн дә иҫкә алырлыҡ түгел, һағынып һөйләрлеге юҡ.
Төндәр буйы ишек алдында, ояла йәки мунсала, ә ҡайһы саҡта күршеләрҙә йәшенәм. Ирем йоҡлағас ҡына өйгә ҡайтам. Сисенмәй генә ятам, ләкин йоҡлай алмайым. Ҡасан тороп туҡмар икән, тип уйлайым. Ошо буламы һуң тормош?!
Гәзит-журналдарҙан рәхәт тормошта йәшәүселәр тураһында уҡығаным бар. Ләкин мин ундай тормошто бер ҡасан да күрә алмаясаҡмын. Ҡайһы берҙәренә, ире булһа ла, мөхәббәт кәрәк, ә икенселәренә – байлыҡ… Бына миңә йән тыныслығы булһа, ирҙән туҡмалмаһам, һаулығым борсомаһа, шул еткән. Күңелемдәге кисерештәрҙе һөйләр инем, тыңлар кешем юҡ. Ҡасан тамамланыр икән был язаланыуҙар, туҡмалыуҙар?!
Фото: psiholog.mirtesen.ru