Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2019, 02:00

“ЮРМАТЫ”ЛАР КӨТТӨ БЫНЫ

“Юрматы” биҫтәһендә әлеге көндә коммуникациялар һалыу, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар күрелә.

“Юрматы” биҫтәһендә әлеге көндә коммуникациялар һалыу, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар күрелә.
Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Руслан Фәтхелбаянов билдәләүенсә, әле “Юрматы-1” биҫтәһенең Рафиҡов урамында юлдарҙы тигеҙләү буйынса эш алып барыла.
Шулай уҡ Шашин, Ғайфуллин, Бучацкий, Маннанов, Халиҡов һәм Толстой урамдарында балсыҡ менән юл ҡатламы һалына. Ошондай уҡ эштәр “СТК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы көсө менән Ғайфуллин урамынан Рафиҡов һәм Рябов урамдарына тиклем юл араһында, Йәштәр урамының 15/1 һәм 21/1 йорттары араһында башҡарыла. Яйлап балсыҡ тығыҙланасаҡ, был аҙнанан эшселәр ҡом-таш ҡатнашмаһы түшәү эштәренә тотондо. Быйылға асфальтлау планлаштырылмаған.
“Юрматы-2” биҫтәһендә һыу үткәргестәрҙе урындағы подряд ойошмаһы - “Нефтегазсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һуҙа.
Участка мастеры Владимир Шигаев әйтеүенсә, был осорҙа М. Кәрим һәм Юрматы урамдарында бер километр ярым оҙонлоғонда һыу менән тәьмин итеү системаһы монтажланған. Әле Май урамында эштәр алып барыла. Ҡышҡа саҡлы Рафиҡов һәм Пушкин урамдарына коммуникациялар һуҙыласаҡ. Селтәрҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо яҡынса биш километр тәшкил итә.
Фото: автор.
Читайте нас: