Бындай тикшеренеүҙәр үткәреүгә ҡан рагын дауалағанда кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә һуттарын уңышлы ҡулланыу тураһында мәғлүмәттәр сәбәпсе булған. Сирлеләр көн дә 500-1000 миллилитр һут эсеп, үҙен яҡшыраҡ тоя башлаған. Ҡандарында лейкоциттар кәмегән, эритроциттар һаны артҡан.