Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2019, 02:00

Күсмә ФАП районға сыҡты

Республикала ауыл халҡына медицина хеҙмәттәрен яҡынайтыу һәм уның сифатын арттырыу маҡсатында күсмә фельдшер-акушер пункттары эшләй. Ошо көндәрҙә Ишембай районында ул бер нисә ауылда булып өлгөрҙө.

Республикала ауыл халҡына медицина хеҙмәттәрен яҡынайтыу һәм уның сифатын арттырыу маҡсатында күсмә фельдшер-акушер пункттары эшләй. Ошо көндәрҙә Ишембай районында ул бер нисә ауылда булып өлгөрҙө.


Сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауалауға тотоноу – сәләмәтлекте һаҡлап ҡалыуҙың төп нигеҙе. Урамыңа күсмә ФАП килеп ултырған икән, ниңә табипҡа күренмәҫкә? Ауылға махсус сыҡҡан табиптар сәләмәтлегең күрһәткестәрен баһаларға саҡырғанда был мөмкинлектән ҡулланырға кәрәк, әлбиттә. Дауалау-профилактика ярҙамын ауыл ерендә йәшәүселәргә яҡын итеп, юл мәшәҡәттәрен еңеләйтеү, ниндәйҙер сир асыҡланғанда дауаланыуҙы ойоштороу өсөн йөрөй ҙә бындай ФАП-тар.


7 октябрҙән башланған фельдшер "рейды" бер-нисә ауылда булып өлгөрҙө, бөгөн күсмә ФАП Ибрай һәм Һарғайҙа эшләй.17 октябрҙә Ғүмәр ауылы халҡы көтә. 18-е һәм 28 -е - Востокка, 21-е һәм 29-ы Яңы Георгиевкаға, 22 һәм 31 октябрҙә Ромадановка менән Кузнецовский утарына, 23 һәм 30 октябрҙә Арларға киләсәк. 24 октябрҙә сәләмәтлеген тикшертергә Бәләкәй һәм Оло Байыҡ халҡы әҙер булһын ине, 25 октябрҙә график буйынса Карасевка һәм Үрнәк ауылдары билдәләнгән.


Күсмә ФАП медицина ярҙамы күрһәтеү пункттары булмаған ауылдарға сығыуын да иҫтә тотайыҡ. Уларҙа электрокардиограмма эшләтергә, анализ биреп, шәкәр һәм холестерин кимәлен аныҡларға, ҡан баҫымын үлсәргә мөмкин буласаҡ. Бындай мобиль ҡоролмалар табиптар бригадаһы сығыуға һәм халыҡты диспансерлау үткәреүгә лә уңайлы.


Фото: Хәнә Мәҡсүтова.
Читайте нас: