Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 02:00

РАЗИЯ АПАБЫҘ, ТИП ХӘТЕРЛӘЙБЕҘ

Башҡортостаныбыҙ Башлығы Радий Хәбировтың атаһы Фәрит Барый улы һәм әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙы оло хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусылар ине. Үҙемә Разия Исхаҡ ҡыҙының уҡыусыһы булырға һәм уның өлгөһөндә һөнәр һайларға яҙҙы.

Башҡортостаныбыҙ Башлығы Радий Хәбировтың атаһы Фәрит Барый улы һәм әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙы оло хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусылар ине. Үҙемә Разия Исхаҡ ҡыҙының уҡыусыһы булырға һәм уның өлгөһөндә һөнәр һайларға яҙҙы.
Унан күргәндәрҙе, өйрәнгәндәрҙе үҙем уҡытыусы булараҡ ҡулландым. Ул осорҙа, 1959 йылдарҙа, картиналарға, күргәҙмә материалдарға ҡытлыҡ булды. Ә рус теленән һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусыбыҙ юлын белде - әҫәрләнеп инша яҙыу өсөн тәбиғәткә алып сығыр ине. Һайран ауылы хозур тауҙар ҡосағында ултыра. Шуға ла уҡытыусыбыҙ экскурсиялар яратты, беҙҙе ерһөйәр итеп тәрбиәләне.
Разия Исхаҡ ҡыҙы үткәргән дәрестәрҙең һәр минуты ҡәҙерле булды. Һәр беребеҙ дәрестәренән ҡанатланып, дәртләнеп сығыр инек.
Уҡытыусылыҡ эшенә ғашиҡтар байтаҡ булдыҡ - 32 класташыбыҙҙың 12-һе апабыҙҙың юлын һайлап, Салауат педагогия училищеһына яҡшы билдәләр менән уҡырға инеп киттек. Аҙаҡ вуздарҙа юғары белем алдыҡ. Уҡытыусыбыҙҙың кәңәштәре һәр саҡ беҙҙе етәкләй килде, оло тормошта ла уның кешелеклеген, кеселеклекен үҙебеҙгә өлгө итеп тойҙоҡ.


Оноторлоҡ түгел балалыҡ йылдарын. 1963 йылда мәктәп менән хушлаштыҡ. Разия апабыҙҙы күпмелер ваҡыттан Ишембай ҡалаһына райсоветҡа эшкә күсерҙеләр. Ә Фәрит Барый улы ҡыҙҙар өсөн махсус училищены етәкләне. Хәбировтар беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙ булып йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.


Республикабыҙ Башлығына - хөрмәтле яҡташтарыбыҙ улына әйтер һүҙем бар. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, Радий Фәрит улы! Әлеге көндә был йүнәлештә башлап ебәргән эштәрегеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ. Бөтәһе лә кешенең үҙ-үҙенә талапсанлығынан тора – атай-әсәйҙәр, был проблемаға битараф булмағыҙ! Йәш быуынға туған тел ҡиммәтен аңлатырлыҡ һүҙҙәр, юлдар табайыҡ. Балалар үҙ телдәрендә рәхәтләнеп аралаша, уҡый белһен, туған телен белгән кешенең абруйы ҙур булһын!




Фотола: 1959 йыл. Һайран мәктәбе. Разия Исхаҡ ҡыҙы (һулда) башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлхизә апа менән.



Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: