Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 02:00

Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы

Маҡар ауылы моделле китапханаһында мәктәптең “Шиғриәт” клубы ағзалары менән берлектә Мостай Кәрим ижадын һөйөүселәр араһында шиғриәт бәйгеһе үтте. Күләмле сара бөйөк әҙиптең тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.

“Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы” тип исемләнгән кисәлә 22 ҡатнашыусы сәхнәгә сығып, телмәр байлығын, артислыҡ һәләтен күрһәтте. Шиғриәт һөйөүселәр Мостай Кәримдең төрлө осорҙағы шиғырҙарын ятланылар.
Венера Йомағужина үҙенең Мостай Кәрим менән осрашыу иҫтәлектәрен бүлеште һәм шағирҙын бер нисә шиғырын инғлиз телендә лә уҡып ишеттерҙе.
Ҡатнашыусыларҙың иң өлкәненә 82 йәш ине. Һүҙ оҫталарын тамашасы алҡышлап ҡаршы алды. 10-15 йәшлектәр араһында еңеүҙе Амир Икрамов һәм Алина Ғиззатова бүлеште. 15-30 йәшлектәр араһында Гөлнур Атауллинаға етеүсе булманы. 50 йәштән өлкәндәр араһында беренсе урынды Рәмзиә Мораҙымова яуланы.
Бәйгелә еңеүселәрҙе алда конкурстың ҡала этабы көтә. Уларға уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

Читайте нас: