Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 02:00

Һанлы телевидениеға күстек

14 октябрҙә бөтә Рәсәй территорияһында 20 федераль телевидение каналы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтаны.

14 октябрҙә бөтә Рәсәй территорияһында 20 федераль телевидение каналы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтаны.


Күптән барған аңлатыу эшенә ҡарамай, ваҡытында телевизорын “көйләмәгәндәр” артыҡ борсолмаһын ине – бөтә республикала кеүек үк беҙҙең муниципаль районда ла ирекмәндәр үҙ эшен дауам итә. Федераль һәм үҙәк “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтыратып, һанлы телевидениеға тоташыуҙа ярҙам һорағандарға ирекмәндәр өйҙәренә килә.


Оло йәштәгеләргә, йөрөү мөмкинлеге сикләнгәндәргә ҡоролмаларҙы көйләүҙә йәштәр ҙур ярҙам күрһәтә. Республикала әлеге көнгә 30 меңдән ашыу заявка эшкәртелгән. Ишембайҙа йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре ирекмәндәр менән берлектә был яуаплы эште йырып сығып килә.


- Ирекмәндәр ололар менән ихлас аралаша, һорауҙарының төрлөһөнә яуап бирергә, аңлатырға әҙер. Бөгөн аналог тапшырыу туҡтатылғандан һуң заявкалар күп булыр, тип уйлағайныҡ. Әлегә тыныс, бөтәһе лә ғәҙәти көндәгесә, - тип уртаҡлашты Йәштәр эштәре буйынса комитет белгесе Эдуард Яҡупов.


Түләүле IP-телевидениеһы селтәренә, юлдаш һәм кабель телевидениеһы тоташҡан абоненттар өсөн һанлы форматҡа күсеү автоматик рәүештә үтте. Ә бына яңы алымға ваҡытында көйләнмәгән булһағыҙ, каналдарҙа көн дә ҡараған тапшырыуҙар урынына һанлы телевидениеға күсеүҙе өйрәткән ролик трансляцияһын ғына күрәсәкһегеҙ. Ул ошо аҙна дауамында күрһәтелеп торасаҡ.


Белгестәр билдәләүенсә, республика һанлы телетапшырыуға күсеүҙе әҙерлекле ҡаршы алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһе буйынса, һанлы форматҡа күсеүҙә ауырлыҡтар тыумаһын өсөн 2019 йылдың ғинуарынан аҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Әлеге көнгә бындай ярҙам төрҙәре менән 7 меңдән ашыу кеше ҡулланған. Башҡортостан - һанлы тапшырыу зонаһынан ситтә ҡалған аҙ тәьмин ителгән категорияларға ҡараған граждандарға спутник ҡоролмаһын ҡуйыу һәм көйләүҙе тулыһынса башҡарған берҙән-бер төбәк.


Һанлы форматҡа күсеп өлгөрмәгәндәргә ҡайҙа шылтыратырға? Федераль “ҡыҙыу элемтә” телефоны - 8-800-220-20-02 - менән бер рәттән республиканың мәғлүмәтләштереү дәүләт комитеты ойошторған 8-800-347-00-55 төбәк “ҡыҙыу элемтә”һе эшләй.


Күптәребеҙ Башҡортостан юлдаш каналын “юғалтырға” мөмкин. Башҡа төбәк каналдары кеүек ул аналог режимда эшләүен дауам итә. БЮТ-ты ҡарау өсөн универсаль антенна ҡуйырға йәки дециметрлыһын ҡуйғанда метрлыһын да ҡалдырырға кәрәк. Был осраҡта ике инеү урынлы приставка кәрәк буласаҡ.




Фотола: Ҡалала йәшәүсе 85 йәшлек Елизавета Наталенко ирекмәндәр менән икенсегә ос- раша. Инәй телевизорына тейешле приставканы ваҡытында алып ҡуйған, ирекмән ҡыҙҙар уға яратҡан каналдарын көйләп бирҙе.



Фото: автор.
Читайте нас: