Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2019, 02:00

Дәүләт ярҙамын алдылар

Ошо көндәрҙә 12 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификатлы булды.

Ошо көндәрҙә 12 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификатлы булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова сертификат эйәләрен ихлас тәбрикләп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамының мәнфәғәтен күреп, ишле, татыу ғаилә өлгөһө булып йәшәүҙәренә ышаныс белдерҙе.
«РФ граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһында ҡатнашыу хоҡуғына балалары 2011 йылдың 28 апреленән 2015 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған (уллыҡҡа алынған) йәш ғаиләләр эйә. Муниципаль районда 2019 йылда был программаға барлығы 39 ғаилә торған булған. Йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль түләүҙең дөйөм суммаһы 4 243181, 91 һум тәшкил итә.
Сертификат аҡсаһын ғаиләләр яңы торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт һалыуға тотона ала. Ипотека кредитын ҡаплау өсөн дә файҙаланырға була. Субсидияның күләме беренсе балаға – 8 квадрат метрҙан, икенсеһенә – 12 һәм өсөнсөһөнә 16 квадрат метрҙан сығып иҫәпләнә. Ә бер квадрат метрҙың хаҡы муниципаль районда уртаса баҙар хаҡы буйынса билдәләнә.
Сәриә менән Наил Әхмәтшиндар йәшләй генә өйләнешеп, Бәләкәй Мәҡсүт ауылында төпләнгән була. Алты йыл элек ҡалаға күсенгәндәр.
- Бергә йәшәүебеҙгә ун алтынсы йыл китте. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ, бәләкәсенә 4 йәш. Алты йыл элек өс бүлмәле фатир һатып алғайныҡ, сертификатты шуның өлөшөн ҡаплатыу өсөн файҙаланасаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты ғаилә башлығы. – Шатлығыбыҙҙы бер һүҙ менән генә аңлатып та булмай. Йәштәр өсөн ошондай социаль ярҙам күберәк булһа, ғаиләләр ҙә ныҡ булыр ине.
Фотола: Әхмәтшиндар ғаиләһе.
Фото: автор.
Читайте нас: