Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 02:00

Ишембай районы муниципаль районының ауыл Советы ауыл биләмәләре хакимиәте башлыҡтары

8 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә район халҡы ауыл Советы депутаттарын һайланы. Ә инде халыҡ ышанысын яулаған депутаттар иңенә урындағы хакимиәткә яңы башлыҡ һайлау яуаплылығы ятты. Һөҙөмтәлә 13 ауыл Советы ауыл биләмәһенең туғыҙында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде.

8 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә район халҡы ауыл Советы депутаттарын һайланы. Ә инде халыҡ ышанысын яулаған депутаттар иңенә урындағы хакимиәткә яңы башлыҡ һайлау яуаплылығы ятты. Һөҙөмтәлә 13 ауыл Советы ауыл биләмәһенең туғыҙында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде. Улар араһында быға тиклем төрлө осорҙа был яуаплы йөкләмәне башҡарыусылар ҙа, ауыл хужалығында, производствола, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә тырышыусылар ҙа бар. Йәштәр килә, быныһы ла ыңғай күренеш. Теләк бер һеҙгә, хөрмәтле биләмә башлыҡтары, халыҡ ышанысын, таянысын тойоп эшләгеҙ! Һеҙ етәкселек иткән осор ауылдар тарихында матур эштәр менән яҙылһын.



Әрмет ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ШАҺИЕВ Әнүр Әҙһәм улы, 1966 йылғы. Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында тыуған. Белеме: юғары, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлаған (1995 йыл). Ғаиләле, өс бала үҫтерә. Бығаса эш урыны: 2015 йылдың сентябренән Әрмет ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.


Байғужа ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ЙОСОПОВ Салауат Дамир улы, 1975 йылғы. Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Белеме: Ишембай ҡалаһы урта-һөнәри училищеһын тамамлаған (1993 йыл). Бығаса эш урыны: “Алатау” ЯСЙ директоры. Ғаиләле, өс бала үҫтерә.


Верхотор ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ТУРЧИН Александр Владимирович, 1970 йылғы. Ишембай районы Верхотор ауылында тыуған. Белеме: урта һөнәри белемле, Ишембай нефть техникумы (1990 йыл). Бығаса эш урыны: 2015 йылдың сентябренән Верхотор ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ИХСАНОВ Илгизәр Плүр улы, 1967 йылғы. Ишембай районы Этҡол ауылында тыуған. Белеме: урта дөйөм. Бығаса эш урыны: “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы өлкән мастеры. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ТАҺИРОВ Илдар Мөнир улы, 1987 йылғы. Ишембай районы Әхмәр ауылында тыуған. Белеме: юғары, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (2010 йыл), Башҡорт дәүләт аграр университетын (2013 йыл) тамамлаған. Бығаса эш урыны: Таһиров И.М КФХ-һы етәксеһе. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Йәнырыҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы МАННАНОВ Минияр Рәүф улы, 1967 йылғы. Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Белеме: юғары, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (2003 йыл), БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған (2010 йыл). БР Халыҡ мәғарифы алдынғыһы. Бығаса эш урыны: Йәнырыҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасыһы. 1996-2006, 2015-2017 йылдар осоронда Йәнырыҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Көҙән ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ШӘЙӘХМӘТОВ Илдус Әүхәҙи улы, 1965 йылғы. Ишембай районы Көҙән ауылында тыуған. Белеме: юғары һөнәри, Симферополь юғары хәрби-сәйәси, төҙөлөш училищеһын тамамлаған (1987 йыл). “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл” миҙалы менән наградланған. Бығаса эш урыны: Ишембай районы Көҙән ауылында Ә.Вәлиди исемендәге музей директоры. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Ҡолғона ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы МОСТАФИН Моғаттар Мөхтәр улы, 1968 йылғы. Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Белеме: урта һөнәри, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған (1997 йыл). Бығаса эш урыны: “Стәрлетамаҡ-Магнитогорск” автоюлы дирекцияһы” ЯСЙ. Ғаиләле, 2 бала үҫтерә.


Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ИМАНҒОЛОВА Эльвира Риф ҡыҙы, 1972 йылғы. Салауат ҡалаһында тыуған. Белеме: урта һөнәри һәм юғары, Стәрлетамаҡ бухгалтерҙар мәктәбен (1996 йыл), БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған (2016 йыл). Бығаса эш урыны: Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасыһы. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы МОРОЗОВА Ольга Николаевна, 1984 йылғы. Чечен Республикаһы Грозный ҡалаһында тыуған. Белеме: юғары, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (2008 йыл). 09.2013 – 01.2018 йылдар осоронда Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.


Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ВӘЛИЕВ Рөстәм Миғҙәт улы, 1971 йылғы. Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылында тыуған. Белеме: юғары, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған (1992 йыл). Бығаса эш урыны: Нижневартовск ҡалаһы “СНПХ” акционер йәмғиәтендә машинист-күтәреүсе. Ғаиләле, өс бала үҫтерә.


Скворчиха ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы ГЕРАСИМЕНКО Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы, 1960 йылғы. Ишембай районы Алаҡай ауылында тыуған. Белеме: урта һөнәри, Салауат медицина училищеһын тамамлаған (1980 йыл). Бығаса эш урыны: Алаҡай ауылы территориаль йәмәғәт үҙидаралығы етәксеһе. Ғаиләле, өс бала үҫтерә.


Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы СӘФИУЛЛИН Әмир Төхвәт улы, 1965 йылғы. Ишембай районы Сәлих ауылында тыуған. Белеме: урта һөнәри, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжын тамамлаған (2015 йыл), БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән (2016 йыл). Бығаса эш урыны: 2011 йылдан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Ғаиләле, биш бала үҫтерә.



Читайте нас в