Ишҽмбай районында Ҡөрьән уҡыу буйынса рҽспублика, район конкурстары уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Уның сираттағыһы Маҡар ауылы мәсетендә үтте.
Күркәм сараға Маҡар, Һарғай, Иҫәкәй, Тирмән-Йылға, Йәнырыҫ, Ғүмәр ауылдарынан, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡатнашыусылар килеп еткәйне. Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы был юлы оло йәштәгеләр араһында иғлан ителһә лә, йәштәр, балалар байтаҡ булыуы шатландырҙы. Сараны ойоштороуға ауыл имам-хатибы Юлай хәҙрәт Йомағужин күп көс һалған, Гөлдәр һәм Тәлғәт Абдуллиндар ҡорбан салып аш әҙерләгән.
Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибы Илшат Хафизовтың сығышы күңелгә үтерлек булды. Нәзирулла хәҙрәт Додаров ғилем алырға саҡырҙы. Дини йолаларҙы тергеҙеүгә күп көс һалған Фәүзиә Ҡотлогилдина ла бәйге ҡунағы булды. Быуындан-быуынға күсә килгән мөнәжәттәрҙҽ йәштәргә еткереү теләге менән янған сәсәниә үҙҽ ижад иткән мөнәжәттәрҙе лә көйләп ишеттерҙе. Әйтергә кәрәк, дини йөкмәткеле шиғырҙар халыҡ күңеленә хуш килде. «Борондан башҡорттар дини йолаларҙы үҙ йолалары йәнәшенә ҡуйған һәм бөгөнгәсә беҙ уларҙы бербереһенән айырып ҡарамайбыҙ. Улар йәнәш йәшәй, бергә атҡарыла. Киләсәктә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөттө, хикмәттҽ йәштәр күңеленә лә күсерергә тейешбеҙ», - тине сәсәниә.
Төрлө йәштәгеләр сүрәләрҙе яттан һөйләүҙә һәләтмаһирлыҡта, Ҡөрьәнде дөрөҫ итҽп уҡыу (тәжүид), ғәрәп хәрҽфтәрҽн дөрөҫ әйтеүҙә (махрадж) белемдәрен һынаны. Еңеүселәрҙе матур бүләктәр көтөүе лә ҡыуаныслы булды. Бигерәк тә иман юлында булған балаларҙың күңелен күрә алыу ҙур эш.
Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне:
«Иң күп сүрә белеүсе» номинацияһында 1-се урында Булат Хисмәтуллин яуланы, 2-се - Фәнирә Баҡыева, 3-сө урында Мәрфуға Сирбаева. «Фатиха, сүрәһен яҡшы белеүсе» номинацияһында Әсмә Яппарова, Илһам Абдуллин, Гөлсирә Ғайсина өлгөлө сығыш яһаны. «Тәжүид һәм махрадж» номинацияһында Зөлфиә Ғүмәрова, Мәҙинә Сәлихова, Лена Ниғмәтуллинаның белемдәре юғары баһаланды. «Иң оло йәштәге ҡатнашыусы» номинацияһына Маҡар ауылынан Рәмзиә Заһитова лайыҡ булды. Йәмәғәттәр араһында «Иң күп номинациялар алған өсөн» Маҡтау грамотаһы Йәнырыҫ ауылынан килеүселәргә тапшырылды.
Күңелдәрҙе яҡтыртҡан сара аҙағында Юлай хәҙрәт ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә - Илшат хәҙрәт Хафизов, Рәшит хәҙрәт Фәйзуллин, Нәзирулла хәҙрәт Додаров, Шәрифә Юлғотлина, Миниса Ғәбитова, Гүзәл Бакироваға оло рәхмәт һүҙҙәре еткерҙҽ.
Ҡөрьән уҡыуҙа көндән көн оҫтара барған яҡташтар ҡорбан ашы, тәмле ризыҡтар менән һыйланды. Конкурстан күңел булып таралыштыҡ. Сараны ойоштороусыларға Аллаһтың рәхмәттәре яуһын. Олоһон-кесеһен ғилем алырға дәртләндереүсе ошондай сараларҙы һәр мәсеттә үткәреп торайыҡ.