Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 02:00

Иҫке Һәйеттә яңы ФАП төҙөлә

Районда һыу селтәрҙәрен яңыртыу, юлдар ремонтлау менән бер рәттән яңы социаль объекттар төҙөү ҙә иғтибар үҙәгендә. Иҫке Һәйет ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө лә шундай ҙур эштәр рәтендә.

Майҙаны 80 квадрат метрҙан ашыу булған был бинаның нигеҙен һалыу эштәре тамамланған, әле стеналары күтәрелә башлаған. Төҙөлөш эштәрен “Нефтегазсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Әйтергә кәрәк, быға тиклем ауылда эшләп килгән фельдшер
-акушерлыҡ пункты бинаһы ныҡ иҫкергән булған. Шуға ла ауыл халҡы
өсөн яңыһы төҙөлөүе күптән көтөп алынған ваҡиға. ФАП-ты быйыл
сафҡа индереү планлаштырылған.
Читайте нас: