Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 02:00

Ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Япраҡтарын ҡойоп бөтөргәндән һуң, еләк-емеш ағастарын ентекләп тикшерергә кәрәк. Ботаҡтарҙа, кипкән япраҡтарҙа ҡоротҡос оялары, кибеп ҡорошҡан емештәр эленеп ҡала. Уларҙы өҙөп, яндырырға кәрәк. Йәш ағастарҙы һаҡлау сараларын күрегеҙ. Иң яҡшыһы – ике арала биш-алты сантиметр ҡалдырып, рубероид менән ҡаплау.

Ҡарағаттың емеш биреүҙән туҡтаған ҡарт ботаҡтарын киҫергә кәрәк. Ҡойолған япраҡтарҙы йыйып яндырығыҙ һәм ерҙе ҡаҙығыҙ. Баҡсала 8 – 10 йыллыҡ ҡарағат ҡыуаҡтары бар икән, төпләгеҙ. Көҙ – (сентябрь-октябрҙең беренсе декадаһы) ҡарағат ултыртыу өсөн иң яҡшы ваҡыт. Ҡарағаттың терәктәрен алығыҙ һәм ҡар баҫып, ботаҡтарын һындырмаһын өсөн аҫтан башлап, өҫкә табан шпагат ебе менән бәйләгеҙ.

Ҡурай еләгенең ҡороған япраҡтарын, ботаҡтарын йыйып үртәгеҙ. Тамырҙарына зарар килтермәй генә ҡаҙығыҙ. Көслө һыуыҡтарға хәтле ҡурай еләген ергә мөмкин тиклем нығыраҡ эйеп, беренсе яуған ҡар ҡаплап китерлек итеп беркетегеҙ. Уның сәскә бөрөһө япраҡ бөрөһөнә ҡарағанда тиҙерәк өшөй. Бөгөп бәйләнмәгән ҡурай еләге яҙын йәм-йәшел булып үҫеп китһә лә, уңыш аҙыраҡ бирәсәк.

Көҙ ҡоро килһә, япраҡтарын ҡойғандан һуң, еләк-емеш ағастарына, ҡыуаҡтарға мул итеп һыу һибергә, дымға туйындырырға кәрәк.

И. ХАЖИЕВ

Фото: интернет.

Читайте нас: