Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 02:00

ИХ, ҺӘҮӘҘЕ!

Йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡарай төндә Маҡар ауылы халҡы йоҡламаны, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Маҡар ҡурсаулығына ҡараған был тирәләге иң бейек тау – Һәүәҙе түбәһе янды.

Йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡарай төндә Маҡар ауылы халҡы йоҡламаны, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Маҡар ҡурсаулығына ҡараған был тирәләге иң бейек тау – Һәүәҙе түбәһе янды.


Маҡарҙар өсөн генә түгел, тәбиғәт ҡәҙерен, уттан һуң урман-ҡырҙарға, йәнлектәр донъяһына терелергә күпме ваҡыт кәрәклеген аңлағандар ҙа был хәлде ишетеп-күреп тыныс ҡына ҡала алмағандыр.


Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә тау яғын төтөн баҫыуын күргән ауылдаштар тейешле ергә кем уҙарҙан хәбәр итә. Урмансылар, ярҙамға тәүгеләр рәтендә килеп еткән ауыл ир-егеттәре һәм янғын һүндереүселәр төндә ут таралмаһын өсөн саралар күрә. Янғынды иртән генә тулыһынса һүндереү мөмкинлеге тыуа. Һәүәҙегә бер ниндәй йөкһөҙ ҙә менеп етеү ҡатмарлы, ә бында көрәк, арҡаға аҫмалы янғын һүндереү ҡоролмаһын алыу кәрәк. Техника ҡулланыу мөмкин булмаған ерҙә янғындарға ҡаршы тора алыуыбыҙҙы, ошо йүнәлештәге эш өсөн яуаплыларҙың әҙерлеген тағы бер һынаған үтә күңелһеҙ ваҡиға булды был.


Дүшәмбе көн район хаҡимиәтендә эшлекле кәңәшмә барышында Азамат Абдрахманов янғын сәбәбен ентекле өйрәнергә һәм ауыл биләмәләрендә янғындарға ҡаршы саралар үтәлешен тикшерергә ҡушты. Тәбиғәткә ял итергә сығыусылар, ойошҡан туристар төркөмдәре үҙ яуаплылығын аңларға тейеш. Берәүҙәр бөртөкләп ағас ултырта, икенселәр вайымһыҙлығы арҡаһында урман яна...



Читайте нас: