Тәү ҡарашҡа ябай ғына ауыл ҡатыны ул Зөһрә апай. Сабырлыҡ, күңел йылыһы, итәғәтлелек, эске мәҙәнилек бөркөп тора унан.
40 йылға яҡын һауынсы булып намыҫлы хеҙмәт итеүендә, тормош иптәше менән биш бала үҫтереүҙәрендә, унан башҡа ике ейәнен аяҡҡа баҫтырыуҙа сағыла был ябай ҡатындың рух ныҡлығы.
Зөһрә Тимерғәли ҡыҙы сығышы менән Ғүмәрҙән һәм бар ғүмере тыуған ауылына бәйле.
- Һигеҙенсе класты тамамлағас, әсәйемде яңғыҙ ҡалдырмайым, уны ҡарайым тип ауылда ҡалдым, - тип хәтерләй ул тормош юлы хаҡында.
Әле балалыҡтан да сығып бөтмәгән ҡыҙ 16 йәше тулмаҫ борон уҡ “Победа” колхозына быҙау ҡарарға эшкә инә. Бер йылдан фермаға һыйыр һауырға күсерәләр. Күп эш ҡул көсө менән башҡарылған заманда ауыр эшкә күнегеүе еңел булмай уға. Бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда ла хайран ҡалырлыҡ: хәҙер шул йәштәге ҡайһы үҫмер йөрьәт итеп, бындай ауыр эшкә тотонор ине икән?! Үтә тәүәккәл була шул йәштән Зөһрә апай, һыйырҙан тибелһә тибелә, арыпталсығыуҙан, йоҡоһо туймауҙан миктәһә миктәй, әммә бер тотонған эшен ташламай, матур ғына эшләп алып китә.
- Миңә 14 баш һыйырҙы беркеттеләр. Көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауырға кәрәк. Өлкәнерәк һауынсы апайҙар ярҙам итеп, саҡ өйрәнеп киттем...
Эшкә ҡарата яуаплы, сәмле булыуы ярҙам итә ҡыҙға.
Тап шул осорҙа, йәшлегенең сәскә атҡан мәлендә, ғүмерлек йәрен осрата. Үҙҙәре менән бергә эшләгән мал ҡараусы Миңнәхмәт була ул. Типһә тимер өҙөрлөк, көс-ғәйрәте ташып торған был егеттә ныҡлы таяныс тоя йәш ҡыҙ. 1968 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
Тормош йәме – балаларҙа. Ғаиләләренә ҡот өҫтәп, тәүге улдары Марат донъяға килә. 1971 йылда иһә Ғәзинурҙары тыуа.
- Ғәзинурға 4 ай тулғас, эшкә саҡырҙылар. Сәңгелдәкте алып йәйләүгә эшкә сығып киттек. Һыйыр һауған арала баланы малсылар ҙа ҡараша ине. Эштән бер ҡасан да баш тартманым, һуңлағаным да булманы, - ғорурлыҡ та, хеҙмәт һөйөү ҙә сағыла Зөһрә апайҙың был һүҙҙәрендә.
Хәҙер һөйләүе генә еңел, береһенәнбереһе бәләкәй ике йәш бала менән эшкә сыҡҡан мәлдәрҙе күҙ алдына килтерһәң, Зөһрә апайҙағы түҙемлелеккә хайран ҡалырлыҡ.
Ярай әле, йәш ғаиләгә терәк булып, бер йортта ҡәйнәһе йәшәй. Донъя көтөүҙә, балаларҙы ҡарашыуҙа уның да ярҙамы ҙур була.
Өсөнсө сабыйҙары Филарит тыуғас, Миңнәхмәт ағай тракторсылыҡҡа уҡып сығып, артабан техникала эшләй башлай. Йылдар үтә тора, Ғәлиевтарҙың ғаиләһе лә ишәйә. Биш бала – дүрт малай һәм бер ҡыҙ донъялары йәме булып үҫә. Бер бөртөк ҡыҙҙары Гөлназды атаһы бигерәк тә ярата.
- Эштән ҡайтҡанда ҡапҡаға етәрәк үк, “Гөлназ!” тип ҡысҡырып килеп инер, йәй булһа, тәлгәшләп еләген, муйылын, услап ҡаҡыһын, ҡымыҙлығын йыйып алып ҡайтыр ине,- ҡырҡ йылға яҡын бергә ғүмер итеп, үкенескә күрә, хәҙер инде мәрхүм булған ире тураһында Зөһрә апайҙың күңелендә әллә күпме матур хәтирәләр һаҡлана.
Баланы саманан артыҡ иркәләтеү хас түгел был ғаиләгә. Балаң тормошта юғалып ҡалмаһын тиһәң, уға балыҡ тотоп бирмә, ә ҡармаҡ һалырға өйрәт, ти халыҡ аҡылы. Ғәлиевтарҙың бөтә балалары ла бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт яратып үҫә. Өләсәйҙәре был донъянан киткәндә дүрт йәшлек кенә булған Гөлназ да ҡул араһына иртә инә. Әсәһе йәйләүҙә саҡта өйҙәге ҡатынҡыҙ эштәрен үҙ иңенә ала ул. Бишенсе класта уҡығанда һыйыр һауа башлай, икмәк һалырға ла өйрәнә. Ағалары ла 7-8 йәштән көтөү көтөшөп үҫә, 12 йәштән салғы тота. Иң кеселәре Айрат та апайы, ағайҙары өлгөһөндә хеҙмәт тәрбиәһендә үҫә.
Үҙ хужалыҡтарында мал тотҡас, йәйен бесән әҙерләү ҙә ҙур бер мәшәҡәт. Был эшкә лә Ғәлиевтар күмәкләп тотона. Ғөмүмән, был ғаиләгә берҙәмлек, татыулыҡ хас, туғанлыҡ тойғоһо көслө. Берҙәм булыуҙары ҙур ҡыйынлыҡтарҙы ла үтеп сығырға ярҙам итә.
- Әсәйем йомшаҡ күңелле, бер ҡасан да, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, ғүмер буйы күрше-тирәләре менән дә, туғандар менән дә татыу йәшәй, беҙҙе лә шуға өйрәтте... Атайымдың да абруйы ҙур булды. Балаларын тыңлата белде, бер һүҙҙән уны аңлап торҙоҡ, - ти әлеге көндә әсәһенә терәк булып, төп йортта донъя көтөүсе Филарит улы. Үҙ мәлендә дөрөҫ йүнәлеш алғанға ла Зөһрә апай менән Миңнәхмәт ағайҙың балалары тормошта юғалып ҡалмаған, үҙ һөнәрҙәрен, үҙ урындарын тапҡан. Ике улы ауылда, тағы икәүһе Стәрлетамаҡта төпләнгән, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы булған Гөлназ иһә Күгәрсен тарафтарында донъя көтә. Кейәү-килендәрен үҙ улы, ҡыҙҙары кеүек күрә оло йөрәкле әсә. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, ике бүләһе менән дә Зөһрә апайҙың бәхете ишле.
- Минең өсөн өҙөлөп торған балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн һөйөнөп йәшәйем, - тип ҡәнәғәт йылмая ошо көндәрҙә етенсе тиҫтәһен тултырған Зөһрә Тимерғәли ҡыҙы.
Уның һүҙен ҡеүәтләгәндәй, беҙ барғанда Өфөнән ейәнсәре Динә ҡайтып төшкәйне:
- Өләсәйем йәшәгән йорт минең өсөн тыуған өйөм һымаҡ яҡын. Студент саҡтарымда ла хәлен белешергә, ярҙам итергә йыш килә торғайным. Ул минең өсөн һәр яҡлап та үрнәк. Өләсәйемдең һис ҡасан тик ултырғанын күрмәҫһең. Үҙем ауырыйым тимәй, күрше-тирәләге оло инәйҙәргә лә ярҙам итергә өлгөрә, - иң яҡын кешеһенә ҡарата хөрмәт тә, һоҡланыу ҙа сағыла был һүҙҙәрҙә.
Әсәй, өләсәй өсөн, ысынлап та, был ҙур бәхет, тормошона иң ҙур баһа.
Ғүмер көҙөн балалары, ейәнейәнсәрҙәре, туғандары өсөн иң ҡәҙерле кеше булып ҡаршы ала Зөһрә апай. Ни сәсһәң - шуны урырһың, тиҙәр, йәштән һәр кемгә иғтибарлы, кеселекле, кешелекле булғанға үҙе лә яҡындарының ғына түгел, ауылдаштарының да ихтирамын һәр ваҡыт тойоп йәшәй.
Зөһрә Тимерғәли ҡыҙының бәхетенең бөтөнлөгө һис ҡасан кителмәһен, сайпылмаһын.