Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 02:00

Халыҡҡа таянып эшләргә булһын

Ошо көндәрҙә райондың 13 ауыл Советы ауыл биләмәһендә лә яңы депутаттар корпусы үҙҙәренең хакимиәт башлыҡтарын һайланы.

Ошо көндәрҙә райондың 13 ауыл Советы ауыл биләмәһендә лә яңы депутаттар корпусы үҙҙәренең хакимиәт башлыҡтарын һайланы.


8 сентябрь халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә районда барлығы 130 депутат һайланған, шуларҙың 77-һе - тәүге тапҡыр.


- Депутаттар составы 60 процентҡа яңырҙы, - тип уртаҡлашты район Советы секретары Рәмил Абдуллин. – Райондағы ун өс ауыл Советының туғыҙында яңы хакимиәт башлыҡтары эш башланы. Уҙған аҙна район хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында биләмәләрҙә халыҡ йыйылыштары үтте, алға маҡсаттар билдәләнде. Әле өмәләр, ағас ултыртыу, эскелеккә ҡаршы көрәш һорауҙары көнүҙәк, һанлы телевидениеға күсеү мәсьәләһенә лә етди иғтибар бирергә саҡырабыҙ.



Читайте нас: