Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 02:00

Еңеү Паркы сирендәр менән тулыланды

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә бөгөн район һәм ҡалала ағас ултыртыу буйынса күләмле саралар ҡуҙғатылды.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә бөгөн район һәм ҡалала ағас ултыртыу буйынса күләмле саралар ҡуҙғатылды.
Ҡаланың Еңеү паркы был көндө 30 төп сирен үҫентеләре менән тулыланды. Ағас ултыртыу өмәһендә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты, шулай уҡ район, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, идарасы компаниялар, “Сервис- плюс” учреждениеһы, ғөмүмән, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәшелләндереүгә битараф булмаған ишембайҙар үҙ өлөшөн индерҙе. Сара балаларҙың ҡатнашыуы менән дә йәмле булды.


Фото: автор.
Читайте нас: