Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 02:00

Ағастар шаулап үҫер

Ҡалаға ингән урындағы майҙансыҡта, Бульвар урамында ла бөгөн ағас ултыртыу буйынса өмә гөрләп торҙо. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән бында 72 төп шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.

Ҡалаға ингән урындағы майҙансыҡта, Бульвар урамында ла бөгөн ағас ултыртыу буйынса өмә гөрләп торҙо. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән бында 72 төп шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.
Ә бына саңғы базаһы биләмәһендәге өмәлә 200-ләп кеше ҡатнашты. Ҡала йәштәренең әүҙемлеге, эшкә дәртле булыуҙары сағылды. Ҡаланың 3-сө , 11-се мәктәптәре, 12-се лицей, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия- интернаты уҡыусылары , Ишембай нефть колледжы, Ишембай һөнәрселек колледжы, Өфө авиация –техник университетының Ишембай филиалы студенттары дәррәү ҙур эш башҡарып сыҡты. Улар тырышлығы менән 150-ләп төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.
Фото: автор.
Читайте нас: