Күп кеше быуын ауыртыуҙан яфалана, рекламалаған майҙар ҡиммәт тә, файҙаһы ла бик һиҙелмәй. Шуға ла ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
300 грамм спиртҡа 10 миллилитр (бер һауыт) камфора спирты, 10 миллилитр йод, 10 төймә анальгин ҡушып, яҡшылап бутап, 21 көнгә ҡараңғы урынға ҡуябыҙ.
Ауыртҡан ерҙәргә ошо ҡатнашманы һөртөп, йылы йөн туҡыма менән урап йоҡларға ятығыҙ. 10 көн дауаланғандан һуң, 10 көн ял итеп алыу фарыз.
Әгәр аллергиянан яфаланһағыҙ, ҡулланырҙан алда мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.