Тәбиғәттең һәр миҙгеле йәмле булған кеүек, ғүмерҙең дә һәр осоро матур. Йәшәгән һайын тормош та ҡәҙерлерәк, татлыраҡ була бара…
Бөгөн Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ҡалабыҙҙың Мәҙәниәт һарайында күркәм сара ойошторолдо. Муниципаль район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-файҙаланыу хужалыҡтары белгестәре ололарҙы төрлө һорауҙар буйынса ҡабул итте. Оло йәштәгеләр социаль пособиелар, льготалар, фатирға түләү хаҡы, һанлы телевидение буйынса күп мөрәжәғәт итте, тип белдерҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова.
Шахмат, шашка турнирында ла, дарц уйынында ла ихлас ҡатнашты инәй-бабайҙар. Вальс бейеүен өйрәнергә теләүселәр ҙә табылды был көн.
Байрамда Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан килгән абруйлы ҡунаҡ – волонтер, эколог, меценат Миҙхәт Хәсәнов ололар менән аралашып, кедр үҫтереү, балыҡ үрсетеү серҙәре менән бүлеште.
Бына нисә йыл инде Миҙхәт Рауил улы тыуған яҡтарында кедр үрсетеп, экологик мәсьәләне ыңғай хәл итеү теләге менән яна. Был юлы ул Башҡортостанға 1200 кедр үҫентеһе алып ҡайтҡан, шуларҙың 20-һен ҡалабыҙға бүләк итте.
Шулай итеп, бөгөнгө көн районыбыҙ өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Оло йәштәгеләр матур концерт программаһы ҡарап, күңелдәре булып таралышты.