1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
Эш буйынса байтаҡ кешеләр менән аралашырға, ауылдарҙың төрлөһөнә сығырға тура килә. Һөнәрҙәштәрем килешер, ҡайһы берҙә шундай нурлы ғаиләләргә, парҙарға юлығаһың – өйҙәренән сыҡҡы килмәй, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Әгәр сәфәрҙәрҙән һуң яҡты, изге күңеллеләр исемлеге төҙөлһә, Үрге Әрмет ауылында донъя көткән Сания Ғәзизулла ҡыҙы менән Марс Абдулхай улы Вахитовтар уның түрендә булыр ине.
Ата-әсә көҙгөһө – балалар, тибеҙ. Олоғайған ата-әсәнең бөгөнгө тормошо – балалары көҙгөһө, тип тә өҫтәге килә ошо ерҙә. Һикһәнде уҙған Сания апай менән Марс ағай бөгөн биш балаһының йөрәк йылыһын, ҡәҙер-хөрмәтен татып йәшәй. Балҡып торған йорттары, яҡты йөҙҙәре, бөтөн күңелдәре үҙе үк ошо турала һөйләй. Ата-әсәнең татыу, тырыш тормош өлгөһөндә тәрбиәләнгән иманлы, рәхмәтле балалар тураһында фәлсәфә һатыуҙың кәрәге лә юҡ бындай осраҡта.
- Ҡәйнәмә ныҡ рәхмәтле мин. 42 йыл бергә йәшәнек. Колхоз эшенән айырылыу юҡ, беҙҙең заманда әлеге кеүек иркенләп бала тәрбиәләп, декретта ултырып булманы. Өләсәйҙәре тәрбиәһен күреп үҫте балалар, ҡул араһына иртә керҙеләр, бер-береһенә терәк булдылар, - ти сибәр, һабыр Сания апай. Марс ағай менән бергә тормош көтөүҙәренә оҙаҡламай 60 йыл икән. Әйтеүе генә анһат. Бер һүҙле, мөхәббәтле, төплө парҙарға яҙалыр бындай бәхет. Икеһенең дә аталары Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған, бәләкәйҙән бербереһен белеп үҫкәндәр.
- Атай-әсәй янына, тыуған йортҡа ашҡынып торған балалар тәрбиәләй алғанбыҙ, тип һөйөнәбеҙ. Ун ейән-ейәнсәребеҙ, хәҙер ике бүләбеҙ үҫеп килә. Йәй булһа йорт алды шау килә, ошо саҡта үҙебеҙҙең йәшерәк саҡтар, тотош ауыл гөрләп торған замандар иҫкә төшә. Сания “Әрмет” колхозының үҙәк ашханаһында ашарға бешерҙе. Мин тракторҙан төшмәнем. Баҫыуҙарҙа һуған сөгөлдөр кеүек тау булып ятыр ине, бөтәһен дә мул үҫтерҙек, тик техника етешмәне, - ти үткәндәрҙең баһаһын, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белгән Марс ағай. Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены, ВДНХ-ның алтын миҙалы, төрлө йылдарҙа социалистик ярыштар еңеүсеһе исемен ҡаҙаныуы – былар барыһы ла заманының алдынғы тракторсыһы Марс Абдулхай улы хаҡында. Ауылдарҙа үҙәк һыу селтәрҙәре һуҙылған ике меңенсе йылдарҙа, хаҡлы ялға етәрәк, уға күсмә механизацияланған колоннала торбалар һалыусы махсус техникала ла эшләргә тура килә. Ауылдарҙа крандарҙан аҡҡан һыу өсөн Марс ағай кеүектәргә рәхмәт әйтәбеҙ, тимәк.
Тигеҙ, бәхетле ҡартлыҡ кисергән пар йома намаҙҙарын ҡалдырмай. Үҙебеҙ ауылдаштар менән бергәләп төҙөгән мәсет, тип ғорурланып әйтә ала Вахитовтар. Марс ағайҙың был эштә лә ярҙамы ҙур була.
- Йәштәр ауылда ер, йорт алып ҡалһын, төпләнһен ине. Буш ултырғандары бик күп.Тыуып-үҫкән ереңә бер ни етмәй, ҡәҙерен белергә кәрәк,- ти улар.
Алтын кәңәштәр рәтенән был.