Әлеге мәлдә район һәм һәм ҡалаларҙа ағас үҫентеләре, майҙансыҡтар әҙерләнә. Теләгән һәр кем «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашып, үҙенең, ғаиләһенең ағасын ултырта ала. Шул уҡ ваҡытта ағас ултыртыу тәртибенә лә, ҡыш көнө уларҙы тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар талап ителә.
Ишембайҙар ҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһынан ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Ирекмәндәр, студенттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, предприятие-лар хеҙмәткәрҙәре, торлаҡ-файҙаланыу участкалары йорт тирәһен, дөйөм ҡулланылыштағы биналар биләмәһен, парктарҙы йәшелләндереү акцияһында ихлас ҡатнашырға әҙер. «Ҡала урамдарын йәшелләндереү схемаһы» проектына ярашлы, Маҡар урман хужалығына шыршы, ҡарағай, ҡайын, миләш, сирень, гөлйемеш, йүкә, йәсмин үҫентеләренә заказ бирелгән.
Экологик хәл-торошто яҡшыртыу, тыуған ереңә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүҙә был сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостаныбыҙҙы тағы ла йәшелерәк, күркәмерәк итеү сараһынан тороп ҡалмайыҡ