Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2019, 02:00

"Ауылдың олигархы бит һин!"

Орҡоя әбей иртән тороп, бит-ҡулдарын сайып, сәйен бер уртларға ла өлгөрмәне, ауылдың арғы осонда йәшәүсе Хәмиҙә ишек шаҡыны.

Орҡоя әбей иртән тороп, бит-ҡулдарын сайып, сәйен бер уртларға ла өлгөрмәне, ауылдың арғы осонда йәшәүсе Хәмиҙә ишек шаҡыны.


– Инәй, биш йөҙ тәңкә генә аҡса биреп торһаңсы, – тине ул, йөҙөнә ғәйепле төҫ сығарып.

– Берәй йомош-фәлән килеп сыҡтымы әллә, балаҡай?


– Бәләкәй ҡыҙымдың аяғына бөттө ләһә, шуға итек алһаммы тигәйнем. Колхозда хәҙер бишенсе ай аҡса бирмәйҙәр ҙәһә. Көҙөн бәрәңге һатҡас түләрмен әле.


Күҙ терәп килгән кешене ни йөрәгең менән кире бороп сығармаҡ кәрәк! Орҡоя әбей үлемлеккә тип һандығы төбөнә һалып ҡуйған аҡсаһын соҡоп сығарҙы.


Әбей эштәрен бөтөрөп, тын алайым әле тип диванға ултырыуға, хәле бөтөп һул яҡтағы күршеһе килеп инде.


– Инәй, кисә ҡалала эшләгән улым ҡайтҡайны, юлына биреп ебәрергә бына һуҡыр бер тин дә юҡ. Ҡана, берәй мең аҡса биреп тор әле. Көҙөн мал-тыуарҙы һуйып һатҡас та бәхилләрмен.


Кис етте. Орҡоя әбей ишеген бикләп, башын мендәргә терәргә өлгөрҙөмө-юҡмы, тышта тәҙрә туҡылдаттылар.


– Әбей, ас әле, ас, ашығыс йомош бар ине. Иртәгә бальнисҡа ҡаралырға барам. Зинһар, аяҡ-юллыҡ аҡса биреп торһаңсы. Берәй эшеңде эшләрмен. Ауылыбыҙҙың иң бай кешеһе, олигарх һин бит инде.


“Олигарх” ҡунағын оҙатҡас, инде һәленеп төшкән ишеген нығытып бикләп, бер яғы ултыра төшкән өйөнә ҡарап торҙо-торҙо ла утын һүндерҙе...


Венер ИСХАҠОВ.


Фото: yandex.com

Читайте нас: