Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2019, 02:00

Күмәк эш берҙәмлекте нығыта

Өс йыл элек “Витязь” машиналар эшләү компанияһының 111-се йыйыу-иретеп йәбештереү цехында ике звенолы болотоходтың техник узелын иретеп йәбештереүселәр-йыйыусылар комплекслы бригадаһы ойошторола. Уны Андрей Евстифеев етәкләй.

29 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө



Өс йыл элек “Витязь” машиналар эшләү компанияһының 111-се йыйыу-иретеп йәбештереү цехында ике звенолы болотоходтың техник узелын иретеп йәбештереүселәр-йыйыусылар комплекслы бригадаһы ойошторола. Уны Андрей Евстифеев етәкләй.
36 йәшлек бригадир бөгөнгө көндә коллективтың иң йәш ағзаһы. Предприятиела ул биш йыл эшләй. Андрей заводҡа килгәс, слесарь булып эш башлай. Тырыш егеткә цех етәкселеге лә иғтибар итә һәм бригаданы етәкләү эшен икеләнеүһеҙ уға тапшыра.
- Беҙҙең коллективта биш кеше. Механика йыйыу эштәре слесаре Александр Кирюхин һәм ярымавтоматта эшләүсе өс иретеп йәбештереүсе: Игорь Рәхимов, Иван Шашков һәм Рушан Сәләхов, - ти Андрей Евстифеев. – Коллективыбыҙ берҙәм, дуҫ. Һәр кем эшкә яуаплы ҡарай, бер-беребеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырғаныбыҙ юҡ.
Андрейҙың фекере буйынса, бригада менән эшләү тәртипкә өйрәтә, сөнки шәхси яуаплылыҡты арттыра һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә дәртләндерә. Мәҫәлән, бер-береңде алмаштырыу һәм ярҙам итеү – коллективта иң төп шарт. Александр Кирюхин, мәҫәлән, үҙ йөкләмәләрен генә үтәп ҡалмай иретеп йәбештереүселәргә табаҡтарҙы тотоп торорға, бөгөргә һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә.
Әлбиттә, төп көс иретеп йәбештереүселәрҙең елкәһенә ята, уларҙың эштәре лә яуаплы. Йыш ҡына традицияға һалынған алымдарҙан ситләшергә лә тура килә, сөнки производствола даими рәүештә машиналарҙың яңы төрҙәре үҙләштерелә. Әммә улар әйтеүенсә, был эш барышын тик ҡыҙыҡлыраҡ итә. Ҡатмарлы эштәрҙе бригада коллективы бер-береһе менән кәңәшләшеп башҡара. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең тәжрибәһе һәм оҫталығы талап ителә. Йыш ҡына бригада ағзалары буласаҡ техник узелдың эскиздары тураһында конструкторҙар менән фекер алыша, сираттағы заказды нисек яҡшыраҡ башҡарыу тураһында кәңәшләшә.
- Электр менән иретеп йәбештереүсе – үҙенә бер төрлө һөнәр, - ти Игорь Рәхимов. – Бында маһирлыҡ та, тәжрибә лә, эштең һөҙөмтәһен күҙаллау ҙа талап ителә. Беҙҙең һөнәрҙә иң мөһиме – эшең үҙеңә оҡшаһын һәм ҡәнәғәтлек килтерһен.
Быны цех начальнигы Азамат Ибәтуллин да раҫлай. Андрей Евстифеев коллективы тураһында ул тик яҡшы фекерҙә.

Альберт КИРЕЕВ.

Фото: автор.
Читайте нас: