Йәй көнө ауылда булғанда ҡыҙыҡ бер асыш яһаным. Хәҙерге балаларҙы йомошҡа ебәреп булмай икән. Улар хатта был "йомош" тигән һүҙҙе лә аңламайҙар. Туғанымдың балаһына: "Бар, ҡыҙым, күрше инәйгә йомошҡа инеп сыҡ әле"- тиһәм, "Нимә була ул?" тип аптырай. "Унда электән боронғо касар бысағы була торғайны, шуны һорайҙар тиген", - тиһәм, "Ю-уҡ! Улайтып нәмә һорай алмайым", - тип ҡырҡа баш тартты. Әсәһе лә: "Хәҙер кеше кешенән нәмә алмай бит ул", - тип яҡлашты. Мин әле ҡалала ғына шулай микән тиһәм, бөгөн ауылда ла әҙәмдәр бер-береһенә йомошҡа инмәй, бирәсәккә алмай, булғанын бүлешмәй, сәбәпһеҙ саҡырышмай, мунсаға әйтмәй икән.
"Элек юҡлыҡ ваҡытында ғына шулай булған", - тиерһегеҙ, бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә шул "йомош" тигән һүҙ менән берлектә алсаҡлыҡ, йомартлыҡ, киң күңеллелек, асыҡлыҡ кеүек ихласлыҡ хис-төшөнсәләре лә юғала бара бит. Ябай ғына миҫал: бөгөн командировкаларҙа йөрөгәндә сәйгә йәки йоҡлап сығырға саҡырған кеше һирәк. Бынан ун биш-егерме йыл элек журналисты йә артисты фатирға төшөрөргә теләүселәр тартҡылашып китә торғайны. Хатта бер нисә кешегә сәйгә инергә тура килә ине. Беҙ бәләкәйҙән йомошто, үтесте, хәйерҙе барыбыҙ ҙа белдек. Йомошҡа, хәйер алып барырға ебәргәндәрен ярата ла торғайныҡ. Ғаиләлә лә бер йомошсо бала була. Һәм был баланы әсәй бушҡа ғына ла һайламай, уның теле лә, үҙен тотошо ла, башҡа фиғелдәре лә, нисектер, алсағыраҡ, үткенерәк булалыр инде. Беҙҙең өйҙә мин йомошсо булдым. Бәләкәй генә көйө ололарҙың донъяуи мәсьәләләрен дә хәл итә инек әле. Мәҫәлән, әсәй булмағанда күрше еңгәйҙән икмәкте баҫып бирергә йәки мейескә ултыртышырға, иртәнге һауынды башҡарып торорға килешәһең. Хатта имсәк туғаныңды күтәреп алып барып, берәй һөтлө апай менән һөйләшеп, имеҙҙереп тә алаһың. Икмәк, тоҙ, шәкәр, әсетке һорап тороу тураһында һүҙ ҙә юҡ инде. Был ризыҡтарҙы ололар булмағанда һораһалар ҙа бүлеп бирергә икәнде беләһең. Үҙегеҙгә берәй бала йомошҡа килеп инһә, шатланып ҡаршы алаһың. Бөгөн берәй бала килеп инһә, иғтибар ҙа итмәйһең бит, сөнки улар уйнарға ғына килә. Элек бала йомошон бөтөн тәртиптәре менән башҡара белә ине. Инеп һаулыҡ һораша ла, ишек төбөндә туҡтап, өндәшмәй ҡала, уға "үт тә үт" тиҙәр, тик ул үҙенең уйнап түгел, ә етди эш менән йөрөүен белдереп, баҫып тора бирә. Унан "Ни йомош?" тип һорайҙар. Шунда инде ул йомошон ярып һала. Ә инде йомош үтә лә сетерекле булһа, ололар тарафынан яҙылған хатын һуҙа. Йомош үтәүсене күп осраҡта маҡтап, һөйөп, кеҫәһенә тәм-том, һис юғы, икмәккә май-шәкәр һылап тоттороп булһа ла сығаралар. Баланың күңеле үҫеп, кәйефе күтәрелеп китә, әлбиттә. Шуға ла йомошҡа йөрөүҙе ярата ла инек. Халыҡ бер-береһен "йомошҡа һәйбәт", "үтескә ыңғай" йәки "йомошҡа ҡаты", "хәйерһеҙ" тигәнерәк билдәләр менән дә бүлеп бөтә. Был баһалама уның ниндәй булыуын тулыһынса асып та бирә ине.
Икенсе яҡтан, йомош йомошлатыу йолаһы баланы иртә үҙаллы, ҡыйыу булырға өйрәтте. Кеше менән һөйләшә белеү, ниндәйҙер нескә психологик алымдарҙы аңлау һәм ҡулланыу, кем менән нисек аралашырға икәнде төшөнөү ҙә маҡсат ителә баланы йомошҡа ебәргәндә. Компромислы булыу, диалог ҡора белеү, үтенес белдереү, матур мөғәмәлә, иплелек кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләнә бер ыңғайҙан. Ә инде иң ҙур тәрбиәүи өлөшө - ул ниндәйҙер проблеманы йә башҡа кешеләр менән аралашып, һөйләшеп-килешеп хәл итә белеүгә өйрәтеү тип һанайым мин. Бөгөн беҙҙең балалар бер нәмәне лә кеше менән мөнәсәбәткә инеп хәл итә һалмай, барыһы ла һатып ҡына алына, тип уйлай. Миҫалға бер хәл: танышым ғаиләле улына прописка эҙләй. "Ир кеше ни өсөн һине йөрөтә, үҙенә ни булған?" тиһәм, "Ул улайтып һоранып өйрәнмәгән шул", ти. Тимәк, ир ҡорона ингән әҙәм үҙенә кәрәк нәмә өсөн икенселәр менән диалог ҡора, килешә, үтенес белдерә алмай. Уны быға өйрәтмәгәндәр. Ысынлап та, беҙ балаларҙы "кешенән һоранып йөрөмә" тип тырыштырабыҙ бит, барыһын да алдарына алып килеп һалабыҙ, уны кәмһенеп, ғорурлығын ҡуҙғытып, йөҙөн ҡыҙартып ҡуйыуҙан мөмкин тиклем аралайбыҙ. Улар өсөн барыһын үҙебеҙ һорап, килешеп, табып, алдарына алып килеп һалабыҙ.
Ысынлап, хәҙер кешелә бөтөн нәмә лә бар. Күршегә йомош менән инерлек мохтажлыҡ та ҡалмаған. Йомошлашыр мохтажлыҡ булмағас, һынашыу, бер-береңде кисерә, аңлай белеү, хәленә кереү тигәндәре лә юҡҡа сыға. Бала саҡта һыйыр һыуалғанда күрше еңгәй үҙ белдеге менән һауын һайын һөт бирә, уларҙыҡы һауҙырмағанда әсәйем беҙҙән аша ебәртә ине. "Әсетке" һылтауы менән килгән инәйҙәр хәл белешеп, һөйләшеп ултырып китәләр. Хәйер биреп сыҡҡандар изге теләктәр алып китә. Ҡәйнәм, "ураған һайын йомошом төшөп тора" ти ҙә, күршеһендәге яңғыҙаҡ иргә ашын да, йылы икмәген дә, табын тәм-томон да индерә, башҡаһын да бирә һәм ир ҡулы кәрәктә үҙен ярҙамға ла саҡыра ине. Һәм йылы һүҙен, рәхмәтен йәлләмәй, маҡтап-хуплап сығара. Ә бөгөн ҡайһы бер ауылдарҙа ҡәбер ҡаҙырға ла кеше тапмайҙар, уның өсөн йә аҡса, йә эсергә һорайҙар. Кешеләр бер-береһенә бушлай ярҙам, изгелек эшләүҙе, йомош үтәүҙе онотҡан.
Шулай уҡ хәйер биреү һәм хәйер алыуҙың да баһаһы төшөп китте. Хәйер биреү ғәҙәти күренеш ине бит. Өләсәйҙәргә, әсәйҙәргә күрше-тирә, юлға сыҡҡандар, ниндәйҙер ҡыуанысы булғандар хәйер индерә ине. Был аҡса, сәй-шәкәр, тәм-том, сепрәк-сапраҡ ине. Һуғым йә ҡорбанда ит, картуф алғанда картуф та булып ҡуя. Әйткәндәй, ошо ҡорбанда яҡташым Рәшит Зәйнуллин мул ғына итеп ит алып килде. Үҙем бирһәм дә, алғаным булмағас, мин дә юғалып ҡалдым, уңайһыҙландым. Ул киткәс, ҡыҙҙарым: "Ниңә ул беҙгә ит алып килгән? Беҙ ит һатып ала алмайбыҙмы ни!" - тип асыуланды. Хатта "Кире алып барып бир, бындай хәйер ярлыларға ғына бирелә бит", тип тә ныҡыштылар. Бына инде, йомош, хәйер, үтес тигән төшөнсәләрҙе белмәгән, аңламаған быуын.
Ошо һөйләгәндәрем хаҡында башҡалар ни ти, хаттар яҙып ебәрегеҙсе әле.