Көҙгө йәрминкәләрҙе кем генә көтөп алмай икән? Ауыл кешеләре үҙҙәренең хужалығында етештергән йәшелсәһен, итен, балын һатып файҙаһын күрә, ҡаланыҡылар күңелдәренә оҡшағанын һайлап ала.
Бөгөн ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Ишембайҙан ғына түгел Стәрлебаш, Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм башҡа тарафтарҙан да һатыусылар килде. Берәүҙәр бәрәңге, икенселәр бал тәҡдим итте, ит һатыусылар эргәһенән дә кеше өҙөлмәне.
Кинйәбулат ауылынан Гөлнара Файзрахманованың тауыҡтарын, һөт ризыҡтарын яратып алдылар. Йәрминкәгә ул тормош иптәше менән бергәләп килгән. Ауырлығы дүрт килограмм самаһы булған тауыҡтар үҫтергән хужабикә һатыуҙың яҡшы барыуын белдерҙе.
- Ошо майҙанда йәрминкә аҙна һайын ойошторолһон ине,бында кеше лә күп килә , – тигән теләктәрен белдерҙе ул.
Көндөң асылып китеүе, күңелле итеп йыр-моң ағылыуы йәрминкәгә байрамса кәйеф өҫтәне.