Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 02:00

Ишембайҙар өмәгә сыҡты

Ҡышҡа ингәнсе тирә-яҡты матурлап, йыйыштырып ҡуйырға күнеккәнбеҙ. Бөгөн иртә менән ҡалабыҙ ҙур өмә майҙанын хәтерләтте. Әле бер, әле икенсе урында тырма, көрәк, һепертке тотоп, тирә-яҡты йыйыштырыусыларҙы күрергә мөмкин ине.

Ленин проспекты буйлап үткәндә лә төрлө коллективтарҙың тырышып эшләп йөрөгәненә иғтибар иттек: ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы хеҙмәткәрҙәре эргә-тирәһен тәртипкә килтерә ине, Картиналар галереяһы коллективы ла үҙҙәренә беркетелгән майҙанда иртүк эш башлаған.

Богдан Хмельницкий урамында Ишембай районы, ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен осраттыҡ. Иртәнге туғыҙ тулып күп ваҡыт та үтмәне, улар ҙур-ҙур тоҡтарға ҡороған япраҡтарҙы, башҡа сүп-сарҙы тултырып теҙеп тә ултыртты. Күмәкләп сыҡҡас, эш тиҙ ыраны, тирә-яҡ күҙгә күренеп таҙарҙы. Өмәгә сығыусыларҙың эшен ҡеүәтләгәндәй, һауа торошо ла матур торҙо, көйһөҙләнмәне.
Фото: автор.
Читайте нас: