Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 02:00

Һорауың бар икән

2 октябрҙә 11.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Ишембай ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлегендә Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Николаевич Чернятьев граждандарҙы күсмә ҡабул итә.

Унда РФ Тәфтиш комитеты органдары ҡарамағындағы енәйәт эштәрен асыҡлау һәм тәфтишкә тиклем тикшереү үткәреү буйынса һорауҙар тыңланасаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмағандарға ҡарата эшләнгән енәйәт билдәләре тураһында мәғлүмәт булған мөрәжәғәттәр ҡараласаҡ. Ҡабул итеүгә килеүселәрҙең үҙҙәре менән шәхесен билдәләүсе документы булырға тейеш.
Граждандарға шуға иғтибар итергә кәрәк: тәфтишсе, тәүтикшереүсе, шулай уҡ эске эштәр һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив хеҙмәттәре Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты ҡарамағында түгел, шуға күрә был хеҙмәткәрҙәр тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында хоҡуҡ тәртибенең юғары органы етәксеһенә, прокурорға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тәфтиш комитеты етәксеһенә ҡабул ителеүгә алдан яҙылыу 8 (347) 94-2-30-56 телефоны буйынса алып барыла.
Фото: интернет.
Читайте нас: