Баҡсала алмаларҙы йыйып алғандан һуң да эш бөтмәй: ағасын шартына тура килтереп тәрбиәләйһе бар. Көҙ уны дөрөҫ тәрбиәләү һәйбәт ҡышлауға, киләһе йылда ла мул уңыш алыуға ярҙам итә.
Иң элек ағасты яҡшылап һуғарырға кәрәк, был тамырҙарының йәйелеп үҫеүе һәм туҡлыҡлы матдәләр туплауы өсөн кәрәк. Кәмендә бер метр тәрәнлеккә үткәреп һыу һибеү ҡыш көнө уға һыуһамаҫҡа ярҙам итә. Һыу күләме алмағастың йәшенә бәйле: йәш ағасҡа – 50 литр, ҡартайғанына иһә 100-150 литр кәрәк.
Алмағас төбө калийлы ашлама һәм суперфосфат индереүгә мохтаж. Ғәҙәттә, һыу һип¬кәндә ашлайҙар (10 литр һыуға 50 грамм калий һәм 100 грамм фосфат иҫәбенән).
Иҫке ҡайырҙарын (эсенә ҡоротҡостар йәшеренеп ҡалмаһын өсөн), олондан мүк-фәләнде йыйып алырға кәрәк. Бәшмәктәрҙән ҡотолоу өсөн бордос шыйыҡсаһын (3 процентлы) ҡулланырға була.
Олондоң түбәнге өлөшөн ағартырға. Быныһы һуңыраҡ – ноябрь аҙағында башҡарыла.
Япраҡтары ҡойолоп бөт¬кәндән һуң уларҙы йыйып алырға һәм алмағас төбөн йомшартырға. Шунан төбөнә компост, серетмә йәки торф һибергә.