Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2019, 02:00

"Ашығыс ярҙам" ярҙамға ашыҡмағас...

Ишембайҙа бер ир "Ашығыс ярҙам"дың уның янына бик ашыҡмауынан вафат булған.

Ишембайҙа бер ир "Ашығыс ярҙам"дың уның янына бик ашыҡмауынан вафат булған.


Мәрхүмдең ҡыҙы әйтеүенсә, атаһы 24 сентябрҙә үҙен насар тойоуына зарлана. Туғандары ярҙам һорап табиптарға шылтырата. Ирҙә инсульт билдәләре күҙәтелгән. Үкенескә ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" ғына ярҙамға бик ҡабаланмай. Бәләкәй генә ҡалала улар бер сәғәт һәм 50 минуттан саҡ килеп етә.


Үкенескә ҡаршы, бындай хәлдәр байтаҡ күҙәтелә. Эх һеҙ, аҡ халатлылар...


Венер ИСХАҠОВ.


Фото: ok.ru

Читайте нас: